Баш ҡалала рәсми теркәлгән 5,7 мең эшһеҙ бар, иҫәптә 6,3 мең кеше тора.
Шул уҡ ваҡытта Өфөнөң вакансиялар банкында 22,4 мең эш урыны хаҡында мәғлүмәт теркәлгән. Баш ҡалалағы эшһеҙлектең рәсми кимәле – 0,95 процент.
1 майға ҡарата Өфөлә иҡтисади йәһәттән әүҙем халыҡтың һаны 600,7 мең кешегә тиң. Эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса кимәле 5 909 һум (эшкә яраҡлы кешеләр өсөн билдәләнгән йәшәү минимумының 63,1 проценты).
Фото businessman.ru сайтынан.