Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
20 Май 2019, 16:48

Яман шеш менән сирләүселәр артасаҡ

Нисек кенә үкенесле булмаһын донъяла яман шеш менән сирләүселәр һаны кәмемәй. Был ғына ла түгел, белгестәр фекеренсә, ул үҫеүен дауам итә. 2040 йылда онкология менән сирләүселәр бер ярым тапҡырға артып, 17 миллиондан 26 миллион кешегәсә етәсәк.

Ғалимдар күҙаллауынса, химия терапияһына мохтаж пациенттар һаны йылына 9,8-ҙән 15 миллионға тиклем артасаҡ. Австралияның Яңы Көньяҡ Уэльс университеты ғалимдары ошондай күҙаллауҙар бирә. Тикшеренеү барышында улар 183 илдә яман шештең 29 төрөн өйрәнгән.

Онкологияның иң таралған төрҙәре: беренсе урында – үпкә (16,4 процент), икенсе урында – түш биҙҙәре (12,7 процент) һәм өсөнсө урында колоректаль рак (11,1 процент).

Фото: yandex.ru
Читайте нас: