Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Демографик доклады презентацияһы үтә. Төп ойоштороусылары – БР-ҙың Фәндәр академияһы, БР Фәндәр академияһының Йәш ғалимдар советы.
Сараның маҡсаты – Кеше капиталының социаль үҫешен һәм формалашыуын тикшереү үҙәге үткәргән тикшеренеүҙәрҙе күрһәтеү.
Төп темалар – Башҡортостан халыҡтарының һаны һәм йәшәү урыны; тәбиғи һәм миграция күсеүҙәре, муниципаль кимәлдә демографик процестар һәм демография сәйәсәте; Башҡортостанда ғаилә сәйәсәте.
Докладты тыңлағандан һуң, ғалимдар фекер алышасаҡ, авторҙар һәм эксперттар көнүҙәк демографик проблемаларҙы тикшерәсәк, “Демография” милли проекты сиктәрендә, уларҙы хәл итеү юлын билдәләйәсәк.
Фото leader-id.ru сайтынан.