Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Май 2019, 18:11

Милли проект: алты йылда – йөҙ пансионат

Илдә ололар өсөн йорт һәм интернаттарҙың торошо ҡәнәғәтләндерерлек түгел. Ошондай социаль учреждениеларҙы тергеҙеү, яңыртыу тураһында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуға арналған кәңәшмәлә әйтеп үтте.

“Өлкән быуын” проектына ярашлы, уртаса әүҙем ғүмер оҙайлылығын 67 йәшкә еткереү күҙаллана. Ошо осорҙа уларҙы файҙалы эштәргә йәлеп итеү, мәшғүллек даирәһен киңәйтеү буйынса саралар алып барыласаҡ. Үҙҙәре тураһында хәстәрлек күрә алмаған өлкәндәр өсөн оҙайлы тәрбиә системаһын булдырыу ҡарала. Дөйөм сығым 100 миллиард һум тәшкил итәсәк. Алдағы алты йыл эсендә федераль проектҡа ярашлы, Ололар өсөн йөҙгә яҡын пансионат төҙөләсәк.

#национальныепроекты;

#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан;

#ВладимирПутин
Читайте нас: