31 майҙа Салауат ҡалаһына вертолетта кардиология десанты төшәсәк. Уның составында һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәйева һәм республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева ла буласаҡ.
Был үҙенсәлекле акция Халыҡ сәләмәтлеге көндәренә ярашлы биш йыл дауамында үтә. Вертолеттағы кардиологтар десанты, республикабыҙҙың төрлө райондарына осоп етеп, консультациялар, мастер-кластар, флэшмобтар, скринингтар үткәрә.
Сара ҡаланың ял һәм мәҙәниәт паркында иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Программала кардиогимнастика, “Энергетик зарядка” флешмобы һәм табиптар менән аралашыу ҡаралған. Шулай уҡ паркта төрлө йүнәлештәр буйынса сәләмәтлек мәктәптәре ойошторола: туҡланыу, ҡан баҫымын үлсәү, кисектергеһеҙ ярҙам һәм йөрәк-үпкә реанимацияһы. Дауалау физкультураһы белгестәре стресс һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен еңеүгә йүнәлтелгән күнегеүҙәр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.
Теләгән һәр кем күҙ күреүсәнлеген, күҙ баҫымын тикшертә, электрокардиограмма яһата ала. Ошо уҡ көндө ҡала дауаханаһында республика кардиология үҙәге белгестәре ауырыуҙарға кәңәштәр бирәсәк.