Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
29 Май 2019, 13:11

Йорт бит “ҡыйыҡ” ҡына түгел

“Һин – беҙҙең өйҙөң йәме” тип әйтерлек булһын.

“Һин – беҙҙең өйҙөң йәме” тип әйтерлек булһын.


Өфөләге 2-се балалар йортона күптән аяҡ баҫмағанға күрә, ундағы көтөлмәгән матур үҙгәрештәрҙе шәйләп, һоҡланыуыбыҙҙың сиге булманы. Сағыу төҫкә буялған ҡоймалар, гөл-сәскәле төҙөк биләмә, уйын майҙансыҡтары, бәрхәт газондар күҙҙе иркәләй, йорт та бик күркәм. Халыҡ иғтибарынан, ҡала ығы-зығыһынан ситтәрәк ултыра ул, бындағы тынлыҡ, ҡоштар һайрауы ҡолаҡты иркәләй.


Ә йорт эсе умарта күсендәй гөжләп тора. Бөгөн балалар йортонда ғәҙәттәге “Ҡауҙы көнө” үткәрелә, төрлө район­дарҙан ҡарауһыҙ ҡалған балаларға күңел йылыһын бирергә, атай-әсәй булырға теләгән өлкәндәр йыйылған. Педагог-психолог Юлиза Халиҡова әйтеүенсә, бындай осрашыуҙар йыш булып тора. Һәр береһе улар өсөн оло байрам да, тулҡынландырғыс имтихан да. Төп маҡсаттары – балалар менән буласаҡ ата-әсәләр араһында йылы мөнәсәбәт, ихласлыҡ, тығыҙ бәйләнеш булдырыу. Ә бының өсөн алдан уҡ әҙерлек бара: балалар концерт но­мерҙары әҙерләй, йыр-бейеүҙәр өй­рәнә, ҡунаҡтар алдында ҡаушамаҫлыҡ сығыш яһау өсөн маһирлыҡ, оҫталыҡ ҡына етмәй, репетициялар ҙа кәрәк.


Бында тәрбиәләнгән 45 баланың яҙмышы еңелдән түгел, ата-әсәләре баш тартыуҙан, хәстәрлектән мәхрүм итеүҙән тыш, сабыйҙарҙың сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән. Һауыҡтырыуға, даими тәрбиәгә мохтажлыҡ кисерһәләр ҙә, уларҙың йәшәүгә ихтыяры, ғаиләле булыуға өмөттәре һис тә сикләнмәгән.


Тәрбиәселәр әйтеүенсә, балалар йортон тамамлаусыларҙы махсус интернат-мәктәптәргә ебәргәнгә тиклем ғаиләгә урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итергә тырышалар. Ун йыл эсендә алтмыштан ашыу баланы ғаиләгә биреүҙәре һәм бер баланы ла үҙҙәренә кире ҡайтармауҙарына ҡәнәғәтлек кисерә улар. Мәскәү, Түбәнге Новгород, Свердлов өлкәләренән килеп, үҙ ғаиләләренә үкһеҙҙәрҙе һыйындырған ата-әсәләр ҙә бар.


Башҡортостан Мәғариф министр­лығы һәм Етемдәрҙе һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәге менән берлектә ойошторолған “Ҡауҙы көнө” социаль проекты сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарға ғаиләле булыу өмөтөн бирә. Был юлы Благовар, Бүздәк, Ҡариҙел, Иглин, Өфө, Шишмә, Асҡын һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан атай-әсәй булыуға ниәтләгән кандидаттар килгәйне.


Сабыйҙар менән осрашыу йылы шарттарҙа көсөргәнешһеҙ үтһен өсөн, бик уйлап, концерт номерҙары, уйындар, викториналар менән яраштырып алып барыла. Буласаҡ ата-әсәләр балалар менән фотографиялар аша түгел, ә йәнле һөйләшеү, уларҙың тормош шарттары менән танышыу барышында аралаша. Үҙҙәренә тәрбиәгә бала алырға теләгән өлкәндәр ҙә осраҡлы кешеләр түгел, улар – ай дауамында ата-әсәләр мәктәбендә уҡыған, белем алған, ниндәй ҙур яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алғанын яҡшы аңлаған ғаиләләр. Һәр береһе етди аҙымға барырҙан алда үҙ мөмкинлектәрен һәм осрауы ихтимал булған хәүефтәрҙе лә күҙ алдына килтерергә тейеш.


Мәғариф министрлығының бүлек начальнигы Татьяна Хурсан социаль проектты асып: “Күрәһегеҙме, бала­ларыбыҙ ниндәй уңайлы, матур шарттарҙа, ҙур хәстәрлек солға­нышында йәшәй! Һеҙҙең йортоғоҙҙа ла шарттар ошондағынан ҡайтыш булырға тейеш түгел. Әммә бөтәһе лә шып-шыма ғына барырына өмөт тотмағыҙ. Бала ул өйҙөң йәме генә түгел, уның хеҙмәт, һиҙгерлек, йылылыҡ талап иткән яҡтары ла ифрат күп. Үҙ проблемаларығыҙ менән япа-яңғыҙ ҡалмаясаҡһығыҙ, беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең менән”, – тип белдерҙе.

– Беҙҙә нисек кенә йәмле, тәрбиәселәр нисек кенә иғтибарлы, хәстәрлекле булмаһын, һәр бала ғаиләлә йәшәргә теләй, – ти тәрбиәселәр. – Бик тәбиғи хәл. “Ҡауҙы көнө” уларға атайлы-әсәле булырға ярҙам итһә, шатлығыбыҙҙың сиге булмаясаҡ.


Балалар ҡунаҡтарға үҙҙәрен дә, һәләттәрен дә күрһәтте. Өлкәндәр менән бергәләп уйын кубиктарынан йорттар төҙөп ҡыуанды, командаларға бүленеп ярышты, ғаилә викторина­һында әүҙем ҡатнашып, хатта өлкән­дәрҙе уҙғыланы. Сәйханалағы табын артында ла танышыу, фекер алышыу дауам итте.


Шуныһы шатлыҡлы: “Ҡауҙы көнө” был юлы ла һөҙөмтәле, бер нисә баланың бик тиҙҙән атай-әсәйле булыу бәхетен татыуы мөмкин.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: