Байназар ауылы амбулаторияһына тағы өс табип киләсәк, шулай уҡ тәүлек әйләнәһенә дауаланыу мөмкинлеген биргән биш койка өҫтәләсәк.
Бындағы медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл халҡы менән һөйләшкәндә республика етәксеһе ошо хаҡта белдерҙе. Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллин Радий Фәрит улына 2015 йылға тиклем амбулаторияла 25 койка булғаны, уларҙың 15-енең тәүлек әйләнәһенә ҡабул иткәне хаҡында һөйләне. Хәҙер иһә – унау ғына.
“Беҙгә тар профилле белгестәр етешмәй, хатта үҙебеҙҙең стоматолог та юҡ, – тип һөйләне ауыл халҡы. – Ә бит амбулатория 13 ауылдан алты мең самаһы кешене хеҙмәтләндерә! Шулай уҡ ҡайһы бер ҡорамалдарҙы ла яңыртырға кәрәк”.
Республика етәксеһе белгестәр мәсьәләһенә бәйле Башҡортостан дәүләт медицина университетында маҡсатлы йүнәлеш буйынса белем алғандарға иғтибар бирергә тәҡдим итте. Уҡыу йортоноң өс сығарылыш студенты быйыл уҡ Байназарға эшкә киләсәк.
Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллин муниципалитеттағы тораҡ пункттарҙың бер-береһенән алыҫ урынлашыуы сәбәпле, ҡайһы бер ауылдарға барыуҙың күп ваҡыт алғанын билдәләне. Был медицина ярҙамы күрһәтеү сифатына кире йоғонто яһай. Яуап итеп, Радий Хәбиров сираттағы "Сәләмәтлек сәғәте"нең көн тәртибенә Бөрйәндә һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу мәсьәләһен индерергә күрһәтмә бирҙе.
Урындағы балалар баҡсаһын да киңәйтеү талап ителә. Ул 35 урынға ғына иҫәпләнгән, ә тәрбиәләнеүселәрҙең һаны – 57.
Байназар халҡы һыу инеү урындарын төҙөкләндереүҙе лә һораны. Радий Хәбиров район етәксеһенә был мәсьәләне 1 июлгә тиклем хәл итергә ҡушты.