Ғафури районындағы Байөмбәт ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты әллә нисәмә йыл ябыҡ тора. Бинаны авария хәлендә тип тапҡандар. Урындағы халыҡҡа иһә, бер-бер хәл булһа, күрше Бурлы ауылына йөрөргә тура килә. Бәләкәй балаларҙы фельдшер килеп ҡарай.
Байөмбәт ауылы халҡының ауыр хәлен республиканың “Һаулыҡ сәғәте”ндә ҡаранылар. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров фекеренсә, емерек хәлдәге ФАП-ты тергеҙеүҙең мәғәнәһе юҡ. Иң дөрөҫө – модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү.
– Был бурысты ла программаға индерегеҙ. Кәрәк булһа, ҡағыҙҙарға ҡул ҡуясаҡмын. Тиҙ арала аҡса бүлегеҙ һәм эште башлағыҙ. ФАП әҙер булыу менән миңә хәбәр итегеҙ, – тине Радий Фәрит улы.