Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
7 Июнь 2019, 11:51

Йөрәк ҡушыуы буйынса

Өфөлә Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнде.

Өфөлә Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнде.


“Башҡорт­остан” дәүләт концерт залында Социаль хеҙмәткәр­ҙ­әр көнөнә һәм дәүләт социаль яҡлау система­һы­­ның 100 йыл­лы­ғы­на ар­налған тантаналы сара үтте.


Иң шәфҡәтле һәм миһырбанлы һөнәр эйәләрен һөнәри байрамдары менән ҡотларға республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вази­фаһын башҡарыусы Ленара Иванова килде.


Хеҙмәте буйынса көн һайын кеше бәләһе һәм ҡайғы-хәсрәттәре менән осрашырға тура килһә лә, күңелдәре һис тә ҡатмаған, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер һөнәр кешеләре һәм ветерандар бөгөн маҡтауға һәм ихтирамға лайыҡ. Улар бер миллиондан ашыу кешегә социаль ярҙам күрһәтә. 300 меңдән ашыу инвалид, 474 мең ветеран, 46 мең ишле ғаилә, Чернобыль фажиғәһендә ҡатна­шыу­сылар һәм башҡа льготалы категориялар – социаль хеҙмәткәрҙәр ҡара­мағында. Йыл һайын 300 меңгә яҡын кеше өйҙә, ҡарттар йорттарында, психоневрология интернаттарында, реабилитация үҙәктәрендә, социаль приют­тарҙа, “Ғаилә” үҙәктә­рендә социаль хеҙмәттәрҙән файҙалана, 100 меңгә яҡын кеше мәшғүллек үҙәк­тәренә эш эҙләп мөрәжәғәт итә.


Ошо бөтә ҡатмарлы бурыстарҙы хәл итеү 10,5 мең социаль хеҙмәткәр иңендә. Өҫтәүенә дәүләткә ҡарамаған ойош­маларҙа эшләгән ике меңдән ашыу хеҙмәткәр республиканың ҡала һәм райондарында халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтә. Ленара Иванова тырыш хеҙмәттәре менән оло ихтирамға лайыҡ бер төркөм һөнәр эйәләренә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.


Социаль яҡлау өлкәһендә йыл буйына барған һөнәри конкурстың еңеүселәре лә асыҡланды. “Халыҡты социаль яҡлау учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре” исемен быйыл төрлө номинацияла һигеҙ кеше яуланы. Балтас районының реабилитация үҙәге тәрбиәсеһе Айгөл Хәбирова – тап шундай уңғандарҙың береһе.


– Өс йәштән 18 йәшкә тиклемге инвалид һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар менән көнө-төнө шөғөлләнәбеҙ. Сирҙәренә, физик мөмкинлектәренә ҡарап, һөнәрҙәр үҙләштерергә, уҡырға урынлашты­рырға ярҙам итәбеҙ. Бер кем беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Парикмахер, массажсы, ашнаҡсы һөнәрҙәрен үҙ итеүселәр күп. Беҙҙә баланы бөтә күңелдән яратҡан, түҙемле кешеләр генә эшләй ала, – ти ул.


Сибай медицина училищеһын тамамлап, аҙаҡ психология буйынса юғары белем алған, быйыл республика конкурсында еңеү яулаған Руслан Урмантаев менән осрашыу ҙа бары йылы тойғолар ҡалдырҙы.


Әйткәндәй, социаль хеҙмәтлән­дереү өлкәһендә беҙ күберәк ҡатын-ҡыҙ затын күрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ә Темәс психоневрология интернатында күбеһе юғары белемгә эйә алты ир-егеттең хеҙмәт итеүен белеп, бер аҙ ғәжәпләнһәк тә, һөйөнөстөң сиге булманы.

Социаль хеҙмәткәр һөнәрен һайлап алмайҙар, ул үҙе кәрәкле кешеһен эҙләп таба! Бында ярҙамға мохтаж­дарҙы тейешле һүҙ менән өмөтлән­дерә һәм яҡлай алғандар ғына оҙайлы йылдарға ҡала торғандыр.