Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
8 Июнь 2019, 12:36

Иғтибар – үҙе дауа

Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында заман талаптарына яуап биргән өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Фотолар "Осҡон" гәзитенән.
Фотолар "Осҡон" гәзитенән.
Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында заман талаптарына яуап биргән өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.


Урындағы халыҡтың шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, Белорет медицина округы етәксеһе Евгений Кустов, Әбйәлил үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров һ.б. килде.


Тупаҡ ауылы халҡының һаулығы һағында утыҙ йылдан ашыу фельдшер Әнүзә Хөббөтдинова тора. Һөнәр оҫтаһының ҡыуанысы сикһеҙ: бар талаптарға яуап биргән яңы медицина учреждениеһы киләсәктә тупаҡтарға оҙаҡ хеҙмәт итер, ошондай иғтибарҙан сирлеләр ҙә кәмер тигән ышаныста ул.
Читайте нас: