Зәңгәр яғыулыҡ үткәргәндә сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплатыу өсөн өҫтәмә ярҙам ҡарала.
Эш сәфәре буйынса республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йыш булырға тура килә. Сер түгел: тормош ауыр тип зарланһаҡ та, ауылдарҙа халыҡ матур йәшәргә тырыша. Ҡасандыр иң төпкөл күренгән төбәктәргә асфальт юлдан бер нисә сәғәттә барып етергә мөмкин. Иркен, матур өйҙәр төҙөйҙәр. Газ яғыулығы менән йылытылған йорттарҙа уңғандар ҡала шарттарынан кәм йәшәмәй. Шулай бер ауылда хеҙмәт ветераны: “Беҙҙең хәл һәйбәт инде, – тине ҡыуанып. – Бына өлкәнәйгән көнөбөҙҙә рәхәткә сыҡтыҡ. Мейес яғып яфаланаһы түгел, ҡалалағы кеүек йәшәйбеҙ. Хәҙер йылы һыу ҙа бар”. Бер аҙҙан ауылдың икенсе урамында йәшәгән күп балалы ғаиләгә юлландыҡ. Хужа тауҙай итеп ярған утынын өйөп йөрөй ине. “Бына шулай ҡышҡылыҡҡа әҙерләнәбеҙ. Газ торбаһы йорт алдынан ғына үтһә лә, ғаилә ишле булғас, әлегә форсат сыҡмай тора. Өлкәндәре ҡалала уҡығас, сығымдар күберәк шул”, – тине.
Бындай хәл, моғайын, бер миңә генә таныш түгелдер. Республика ауылдарын зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү 80 проценттан күберәк тәшкил итһә лә, бөтәһе лә бындай уңайлыҡтан файҙалана алмауы хаҡында һүҙ әленән-әле ҡуҙғатыла. Бәғзе бер урындарҙа торбалар һуҙылһа ла, күп йорттар әле һаман утын менән йылытыла. Икенселәрендә ярты ауылда бар, яртыһында – юҡ. Үкенескә ҡаршы, бер үк ауылда төрлө шарттарҙа йәшәгәндәр ҙә юҡ түгел шул. Күршеләренең йорто күптән зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылһа ла, икенселәренә бындай бәхет алыҫтағы хыял булып ҡына ҡала. Аңлашыла: ветерандарға, күп балалы ғаиләләргә көнитмешендә бындай уңайлыҡтар булдырыу ай-һай еңелдән түгелдер.
Эш башлауының тәү көндәренән республикабыҙҙың төрлө райондарына сәфәр сығып, халыҡтың тормошо, йәшәү шарттары, уларҙы борсоған проблемалар менән яҡындан танышыуҙы үҙенең графигына индергән Радий Хәбировтың һәр Хөкүмәт сәғәтендә мөһим мәсьәләләрҙе күтәреүе йәмәғәтселек тарафынан киң хуплау тапты. ФАП-тар, Өфөләге маршрут транспорттарының эшмәкәрлеген көйләү, юлдарҙы, подъездарҙы ремонтлау йәһәтенән әһәмиәтле программалар ҡабул ителеп, бөгөн уңышлы тормошҡа ашырыла. Ә инде сираттағы кәңәшмәлә республикала ҡайһы бер кешеләргә йортона зәңгәр яғыулыҡ үткәргәндә сығымдарын өлөшләтә ҡаплатыу өсөн өҫтәмә ярҙам саралары ҡаралыуын белдерҙе.
– Беҙ ауылға газ үткәреүен-үткәрәбеҙ, ә халыҡ уны ҡулланыуҙан мәхрүм, сөнки уға сығым йөҙ меңдән ашып китә, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сираттағы оператив кәңәшмәлә. – Был юҫыҡта Рәсәй Федерацияһындағы төбәктәрҙәге тәжрибәне өйрәндек. Мохтаждарға йорттарын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырырға теләгәндәргә субсидия йәки сертификат менән ярҙам итергә әҙербеҙ.
Яңылыҡты күптәрҙең ҡыуанып ҡабул итеүе аңлашыла. Ғаилә килеме әллә ни күп булмағандарға был уңайлыҡтарҙы булдырыу еңел түгеллеген һәр кем аңлай торғандыр. Тәүҙә бихисап рөхсәт ҡағыҙҙары юллап, һәр береһе өсөн шаҡтай аҡса сығарып бирергә тура килә. Унан йылытыу ҡоролмаһын, плитәһен ала башлаһаң, ҙур ғына сумма йыйыла.
Ә бит халҡын хәстәрләгән, ташлама менән уларҙың хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән субъекттар юҡ түгел. Мәҫәлән, был Төмән һәм Ленинград өлкәләрендә уңышлы тормошҡа ашырыла. Берәүҙәр киткән сығымды хатта тулыһынса кире ҡайтарһа, икенсе урында – яртылаш. Айырыуса Төмән өлкәһенең газ үткәреү программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре, тәжрибәһе Рәсәй кимәлендә һоҡланыу уята. Бөгөн төбәктең 85 проценты зәңгәр яғыулыҡ менән файҙалана. 2014 – 2017 йылдарҙа 900 километрҙан ашыу газ селтәрҙәре һуҙылған, 55 ауыл биләмәһендә 16 меңгә яҡын йортҡа газ үткәрелгән. Киләһе программа 2018 – 2022 йылдарҙа тағы 23 мең йортҡа уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы күҙаллай.
Мәғлүмәттәр буйынса, республикала 55 мең шәхси йортҡа газ яғыулығы инмәгән. Әлбиттә, кемдең уңайлы шарттарҙа рәхәтләнеп йәшәгеһе килмәһен. Әммә ошо халыҡтың яртыһы аҡса ҡытлығы арҡаһында йортон газ селтәренә тоташтырыуҙан мәхрүм. Республика Хөкүмәте аппараты етәксеһе – вице-премьер урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, әле муниципалитеттарҙа ихаталар буйынса тикшереп, мәғлүмәт алына. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөнгә 3 430 кеше ташлама менән файҙаланып, йортон газ яғыулығына тоташтырыу теләген белдергән. Ә субсидия биреү тәртибе был категорияға инәсәк граждандарҙың исемлеге бөгөн хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында ҡарала.
– Беҙ был мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ! Йорттар йылы булырға тейеш, – тине Радий Фәрит улы.
Әлегә республиканың 31 районынан үҙәкләштерелгән газ селтәренә тоташтырырға теләүселәрҙең тулы исемлеге бирелгән. Бөтәһе 11 167 кеше теләк белдергән, шуның 3 430-ы ташлама ярҙамға сертификат алыуға риза. Был маҡсатҡа бюджеттан 205 миллион аҡса бүленәсәк.
Минира БИКӘНӘСОВА, Ауырғазы районы, Уҫман ауылы:
– Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ауылға газ үткәргәндә беҙҙең урамға йорттар яңы һалына ине. Шуға ла ваҡытында зәңгәр яғыулыҡтан мәхрүм ҡалдыҡ һәм аҙаҡтан беҙҙе оноттолар. Был хаҡта юғары органдарға бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеү ҙә яуапһыҙ ҡалды. Шулай итеп, Йәшлек урамында газ көтә торғас, пенсия йәшенә лә еттек. Радий Фәрит улы республика менән етәкселек итә башлағас, тағы ла хат юлланыҡ һәм ыңғай яуап алдыҡ. Әле газ үткәреү мәшәҡәттәре менән мәшғүлбеҙ. Ошо көндәрҙә Радий Фәрит улының ҡайһы бер кешеләргә йортона газ индергәндә ташламалы ярҙам күрһәтеү кәрәклеге хаҡында тәҡдимен ишетеп, ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы, сөнки бөгөнгө шарттарҙа ябай пенсионерҙар, күп балалы ғаиләләрҙең бындай бәхетте татый алмаясағын үҙемдең тәжрибәмдән сығып әйтәм. Әле эске һәм тышҡы проект өсөн 70 мең һум аҡса китте. Йәнә котел, яңынан газ плитәһе, счетчик алырға кәрәк. Улары 60 мең тирәһе тора. Бынан тыш, тағы ваҡ-төйәге күп. Ярай әле иптәшем дә, үҙем дә эшләп йөрөйөм. Шулай булһа ла, еңел түгел. Ә бит бөтөнләй эшһеҙ йәки мохтаждар бар.
Юлия БЕДЫС, Хәйбулла районы хакимиәтенең архитектура, төҙөлөш һәм тормошто тәьмин итеү бүлеге начальнигы урынбаҫары:
– Газ үткәреүгә райондың туғыҙ ауылынан 33 кешене ташламалы исемлеккә индерҙек. Улар араһында ветерандар, пенсионерҙар, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр бар. Был бик һәйбәт ҡарар.