Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Социаль мәсьәлә
12 Июнь 2019, 14:05
Ауылдың йәме буласаҡ
Район үҙәге Малаяҙ һуңғы йылдарҙа ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә, әле бында, әле тегендә яңы йорттар ҡалҡа, социаль объекттар сафҡа инә. Шәхси йорт һалып инеүселәр ҙә бихисап, айырыуса йәштәр бөгөн ҙур ихласлыҡ менән йорт күтәрә.
Район үҙәге Малаяҙ һуңғы йылдарҙа ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә, әле бында, әле тегендә яңы йорттар ҡалҡа, социаль объекттар сафҡа инә. Шәхси йорт һалып инеүселәр ҙә бихисап, айырыуса йәштәр бөгөн ҙур ихласлыҡ менән йорт күтәрә.
Тимәк, район үҙәгендә балалар һаны ла бермә-бер арта тигән һүҙ. Шуға ла Малаяҙ ауылының яңы биҫтәһендә “100 йыллыҡҡа — яңы 100 объект” республика программаһы сиктәрендә 95 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөүенә йәш ғаиләләр генә түгел, ә ауыл халҡы ла ҡыуанды.
Киләсәктә заманса мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ауылды йәмләп ултырасаҡ. Балалар баҡсаһы көҙ сафҡа инәсәк. Әле район үҙәгендә дүрт балалар баҡсаһы, өс филиалы һәм мәктәптәрҙә 22 төркөм эшләй.
— Малаяҙҙа балалар баҡсаһы төҙөү күптән инде көнүҙәк мәсьәләләрҙән һанала. Ошо объект сафҡа инһә, әлбиттә, сират тулыһынса бөтөрөләсәк. Янғантау ауылында ла 195 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асыу күҙаллана, Лаҡлы ауылыныҡылар ҙа 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 80 урынға иҫәпләнгән мәктәпте түҙемһеҙлек менән көтә, — тине Салауат районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.