Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
13 Июнь 2019, 19:30

Кардиология үҙәге артабан камиллашасаҡ

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика кардиология үҙәгендә күсмә “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”н үткәрҙе.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика кардиология үҙәгендә күсмә “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”н үткәрҙе.


Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеүгә арналған кәңәшмә алдынан республика етәксеһе үҙәк менән танышты, диагностикалауҙың һәм дауалауҙың рентген-хирург алымдары, балалар һәм ололар анестезиология һәм реанимация бүлектәрендә булды, пациенттар өсөн булдырылған шарттар, үҙәктә ҡулланылған заманса ҡорамалдар менән дә ҡыҙыҡһынды.


Ошонда уҡ Радий Хәбиров төҙөләсәк хирургия корпусының макеты менән танышты. Конкурс процедуралары тамамланыу менән, төҙөлөш эштәре башланыуы көтөлә.


Фото glavarb.ru
Читайте нас: