Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика кардиология үҙәгендә күсмә “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”н үткәрҙе.
Кәңәшмә алдынан граждандарҙың социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәре буйынса төркөм етәксеһе Елена Прочаковская республика етәксеһе аккаунттарына, шулай уҡ Республика башлығының граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү идаралығына һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы килгән хәбәрҙәр хаҡында әйтеп үтте. Елена Прочаковская белдереүенсә, мөрәжәғәттәр һаны һиҙелерлек кәмей, бөгөн уларҙың дөйөм һаны араһында медицина темаһы алтынсы урында. Төп мәсьәләләр – табиптар етмәүе, дауаханаларҙың торошо, дарыуҙар тәьминәте.
– Ошо ваҡыт арауығы эсендә мин бер нисә районда булдым, урындағы халыҡ менән аралаштым. Ишеткән тәүге һорауым – табиптар етмәүе. Мәсьәлә әле лә хәл ителмәгән. Кешеләр ҡайһы ваҡыт иң ябай ҡабул итеүгә лә эләгә алмай. Беренсе квартал буйынса медицина белгестәрен йәлеп итеү мәсьәләһендә үҫеш күҙәтелә. Ошо тиҙлекте кәметмәүегеҙҙе үтенәм, – тине Радий Фәрит улы.
Төбәк етәксеһе бигерәк тә ауыл ерендә медицина үҫешенә ҙур иғтибар бирергә кәрәклекте билдәләне. Әлеге ваҡытта тап ауыл – демографик үҫештең драйверы, шул уҡ ваҡытта был өлкәлә һаулыҡ һаҡлау мөмкинлектәре күрһәткестәре иң түбән булып ҡала.