Рәсәйҙә былтырғы тыуым һәм үлем күрһәткестәре билдәле булды. Бөтәһе 1,6 миллион сабый тыуған, 1,8 миллион кеше вафат булған. Был хаҡта “Башстат” хәбәр итә.
Иң юғары тыуым да, үлем кимәле лә Мәскәүҙә теркәлгән. Икенсе урында — Мәскәү өлкәһе. Төбәктәр араһында ҙур тыуым Краснодар крайында, Санкт-Петербургта һәм Төмән өлкәһендә.
Ә Ненец автономиялы округында ни бары 618 сабый тыуған — иң түбән күрһәткес.