Башланғыс хупланған осраҡта, бала тапҡандан һуң иртәрәк эшкә сыҡҡан әсә аҡсаны күберәк аласаҡ. Мәҫәлән, әле баланы 1,5 йәшкә тиклем ҡараған өсөн эш хаҡының 40 проценты түләнә. Тәҡдим ҡабул ителһә, отпускыны туғыҙ айға алған әсәгә аҡса икеләтә күберәк түләнәсәк.