17 июндә Башҡортостан Хөкүмәтендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларында балаларҙы урындар менән тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде.
Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтеүенсә, аҙна аҙағына тиклем “Мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларына берҙәм республика сираты” мәғлүмәт системаһы ата-әсәләргә балаһының ҡайһы баҡсаға теркәлеүе хаҡындағы мәғлүмәт менән ситтән тороп танышыу мөмкинлеген бирәсәк. Икенсе һорау – өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы яслелә урындар менән тәьмин ителеү мәсьәләһе 2021 йылға тиклем хәл ителәсәк. Әле 16 муниципалитетта ошо йүнәлештәге эш һүлпән бара.
– Быйыл кескәйҙәр өсөн 2 594 урын булдырыла. Ҡалған 84 бала өсөн альтернатив алымдарҙы һәм дәүләткә ҡарамаған секторҙы йәлеп итеү күҙаллана, – тине Айбулат Хажин.
1 сентябрҙән республикала мәктәпкәсә белем биреү сертификаты ғәмәлгә инә. Пилот ҡалаһы итеп билдәләнгән Стәрлетамаҡта ата-әсәгә балаһын шәхси баҡсаға урынлаштырыу мөмкинлеге биреләсәк. Радий Хәбиров киләһе оператив кәңәшмәлә республикала балалар баҡсалары төҙөү барышы тураһында хәбәр итергә ҡушты.