Хәйер, илештәр өсөн был көндө тағы ла ике урында шатлыҡлы ваҡиға булды: Исәмәт һәм Иҫке Татыш ауылдарында ла яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары үҙ ишектәрен асты. Быға тиклем фельдшерҙар яраҡлаштырылған бинала эшләһә, әлеге ваҡытта ауыл биләмәһендәге мәҙәниәт һәм белем биреү социаль объекттарында махсус урын бүленгән, капиталь ремонт яһалған. Бында пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар яһау, медицина хеҙмәткәре ҡабул иткәнде көтөү өсөн бөтә мөмкинлектәр – эҫе һәм һалҡын һыу үткәрелгән, йылылыҡ һәм электр уты, канализация – бар.