Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
18 Июнь 2019, 13:36

Камила инәй рәхмәте

“Иң яҡшы табиплыҡ участкаһы”ның ишеге лә, күңеле лә асыҡ.

“Иң яҡшы табиплыҡ участкаһы”ның ишеге лә, күңеле лә асыҡ.


– Ошо аҡ халатлы һылыуҙарға рәхмәт инде, улар ғына мине йәшәтә. Капельница ҡуйып, хәл индерҙеләр, энәһен дә ҡаҙайҙар. Дауалары харап килеште, – ти кушеткала ятҡан Камила апай. – Әллә ҡайҙа йөрөйһө юҡ, барыһы ла эргәбеҙҙә – табибы ла, шәфҡәт туташы ла, ашығыс ярҙамы ла.


Мораҙым, Михайловка, Ҡуш­күл, Төрөмбәт, Сәлих, Түрһәгәҙе, Уҫман ауылдары халҡын хеҙмәт­ләндергән Мораҙым табиплыҡ амбула­торияһы районда ғына түгел, республикала иң алдынғы­ларҙан һанала. Акушер-шәфҡәт туташы Айһылыу Лоҡманова, табиплыҡ амбу­ла­торияһы мө­дире Әлфирә Иҫәнбаева, шәф­ҡәт туташы Эльвира Йосопова, терапевт Вәкил Мөхәмәтшин хеҙмәт иткән учреждение был­тыр­ғы эш һөҙөмтәһе буйынса “Иң яҡшы табиплыҡ участкаһы” исеменә лайыҡ булған.


Ауыл медицина хеҙмәт­кәр­ҙәренең “ял” тигән төшөн­сә­һе юҡ. Йәйге ҡыҙыу осор айырыуса мәшәҡәтле лә, хәүефле лә, ти һаулыҡ һа­ғында тороусылар. Мораҙым­дың үҙендә генә 860 кеше йәшәй. 25 сабый йөрөгән балалар баҡсаһы, йөҙгә яҡын кеше хеҙмәт иткән “Урал” ауыл хужалығы предприя­тиеһы бар.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.


– Аҙна һайын ФАП-тарҙың береһенә барып сығам. Кисә Төрөмбәттә булып, өй буйлап йөрөп, ололарҙың хәл-әхүәлен белешеп, медицина ярҙамына мохтаждар менән әңгәмәләштем. Түрһәгәҙелә 90 йәште уҙған өлкәндәр байтаҡ, һәр береһенә, йылы ҡараштан тыш, медицина ярҙамы ла кәрәк, – ти терапевт Вәкил Миңлегәрәй улы. – Юғары ҡан баҫымы, артроз кеүек киң таралған сирҙәрҙән яфаланған ауырыуҙар бар. Дөрөҫ туҡланмауға бәйле сирҙәр ҙә етерлек. Тоҙ ҡулланыуҙы, углеводтарға бай аҙыҡтарҙы, холестеринды арттырыуға булышлыҡ иткән ризыҡтарҙы сикләгәндә хәлде бер ни тиклем яҡшыртырға булыр ине.


Һуңғы осорҙа тыуымдың аҙға ғына булһа ла артыуы медицина хеҙмәткәрҙәрен һөйөндөрә. Сабый менән – йорт ҡотло, ауыл менән – донъя ырыҫлы, тип иҫәпләй сәләмәтлек һағында уяу тороусы аҡ халатлылар.
Читайте нас: