Өфөләге кардиоүҙәкте реконструкциялауға “СУ-10 фирмаһы” тотонасаҡ.
Медицина учреждениеһына яңы хирургия корпусы төҙөүгә аукцион һөҙөмтәләре билдәле булды.
Дәүләт һатып алыу порталында белдереүҙәренсә, “СУ-10 фирмаһы” тәүге хаҡы 2,62 миллиард һумлыҡ контрактты үтәргә тәҡдим иткән. Ошондай уҡ сумманы “Билд” йәмғиәте лә тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә комиссия аукциондың беренсе ҡатнашыусыһын еңеүсе тип таныған.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Республика кардиоүҙәгенең яңы хирургия корпусы 4 июлдә төҙөлә башлаясаҡ. Эште 2021 йылдың ноябрендә тамамлау планлаштырыла.