Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
20 Июнь 2019, 14:36

“Аҡбуҙат” барыһын да уҙҙырҙы

Сифат менеджментының Европа фондында республикабыҙҙың “Аҡбуҙат” шифаханаһы юғары баһаланды.

Сифат менеджментының Европа фондында республикабыҙҙың “Аҡбуҙат” шифаханаһы юғары баһаланды.


Эксперттар балалар шифаханаһының бөтә йүнәлештәр буйынса уңышлы үҫешен билдәләне, етәкселектең лидерлыҡ кимәленә яҡшы баһа бирҙе. Персонал һәм ҡыҙыҡһынған яҡтар менән эште ойоштороу, алдынғы реабилитация технологияларын ҡулланыу буйынса уңышлы аҙымдарҙы билдәләне.


Сифат менеджментының Европа фонды моделе, ойошмаларға халыҡ-ара кимәлдә танылыу алыуҙа стратегик ҡорал булараҡ, ҡоласлы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ла этәргес буласаҡ.


Фото: mail.ru
Читайте нас: