Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Июнь 2019, 16:52

Антирейтингта Башҡортостан юҡ

“Айыҡ Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы белгестәре наркомания киң таралған төбәктәрҙе атаған.

Фото: vostokmedia.com
“Айыҡ Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы белгестәре наркомания киң таралған төбәктәрҙе атаған.
Рейтинг төҙөү өсөн “Росстат”тың, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау, Эске эштәр министрлыҡтарының рәсми мәғлүмәттәре ҡулланылған, шул иҫәптән наркотиктар һәм психотроплы матдәләрҙе артыҡ ҡулланыуҙан һәләк булғандарҙың һаны ла иҫәпкә алынған.
Антирейтингтың лидерҙары – Мәскәү һәм Силәбе өлкәләре, Хакас Республикаһы. Билдәле булыуынса, һуңғы йылда бындағы хәл тағы ла насарайған.
Наркотиктарҙан азат төбәктәр исемлегендә – Ненец автономиялы округы, Архангел өлкәһе, Чечен Республикаһы.
Рейтингтың маҡсаты – Рәсәй Федерация Советына халыҡты наркотиктар хәүефенән комплекслы һаҡлау системаһын тәҡдим итеү.