Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
25 Июнь 2019, 19:25

1 июлдән инвалид балаларҙы тәрбиәләүгә түләү арта

1 июлдән Рәсәй Президентының 2019 йылдың 7 мартындағы инвалид балаларҙы һәм бала саҡтан I группа инвалидлығы алғандарҙы тәрбиәләүселәргә айлыҡ түләүҙәр тураһындағы Указы көсөнә инде.

Фото: mail.ru
Фото: mail.ru
1 июлдән Рәсәй Президентының 2019 йылдың 7 мартындағы инвалид балаларҙы һәм бала саҡтан I группа инвалидлығы алғандарҙы тәрбиәләүселәргә айлыҡ түләүҙәр тураһындағы Указы көсөнә инде.


Ата-әсәләргә (уллыҡҡа алыусыларға) йәки опекунға (попечителгә) ошо категорияға ҡараған сабыйҙарҙы тәрбиәләгән өсөн түләнгән аҡса суммаһы 5 мең 500 һумдан 10 мең һумға тиклем арттырыла.


Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексә идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, айлыҡ түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләү өсөн ғариза яҙыу талап ителмәй, июль айында арттырылған айлыҡ түләүҙәрҙе 11806 ата-әсә һәм опекун аласаҡ. Башҡортостанда түләү күләме — 11500 һум.


Тәрбиәләү буйынса айлыҡ түләүҙәр эшләмәүсе хеҙмәткә һәләтле йәштәге ата-әсәнең береһенә тәғәйенләнә. Тәрбиәләү осоро страховка стажына индерелә һәм һәр йыл өсөн 1,8 пенсия балы иҫәпләнә. Был эшләмәүсе кешегә страховка пенсияһын алыу өсөн пенсия хоҡуғын формалаштырыуға булышасаҡ.
Читайте нас: