Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән 2017 йылдан башлап ағымдағы йылдың аҙағына тиклем ил биләмәһендә әйләнештә булған дарыуҙарҙы маркировкалау буйынса үҙенсәлекле эксперимент башланғайны. Ябай итеп әйткәндә, дарыу баҙарында ялған препараттарҙың күләме ҙур булғанға, күләгәләге бизнес көсәйә барғанға күрә ошондай ҡарар ҡабул ителгәйне лә. Башта маркировкалау ғәмәлен медицина ойошмалары үҙ теләге менән башҡарһа, 2018 йылдан яңы закон ҡабул ителде һәм дарыуҙарҙы маркировкалау мотлаҡҡа әүерелде. Шулай итеп, 2020 йылдан дарыуханаларҙа һатылған, медицина учреждениеларында ҡулланылған бар дарыуҙарға ла мотлаҡ маркировка талап ителәсәк.
Белгестәр фекеренсә, ҡулланыусыны ялған препараттарҙан аралау маҡсатында башҡарылған был сара дарыу баҙарында тәртип урынлаштырырға, кешеләрҙе дауалауҙың тәьҫирлеген арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
Ағымдағы йылдың 1 июленән 12 нозология буйынса дарыу препараттары хәрәкәте һәм улар менән башҡарылған операциялар субъекттары тураһындағы мәғлүмәтте Дарыу препараттары хәрәкәтен мониторинглау федераль дәүләт системаһына индереү мотлаҡ буласаҡ. 2020 йылдың башынан иһә Дарыу препараттары хәрәкәтен мониторинглау мәғлүмәти системаһына ҡушылмаған ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар маркировкаланған препараттарҙың әйләнешен тәьмин итә алмаясаҡ.
Унан тыш, мәғлүмәттәр дарыу препараттары хәрәкәте мониторинг системаһына ваҡытында индерелмәгән йәки дөрөҫ мәғлүмәттәр бирелмәгән осраҡта; маркировкаланмаған тауарҙарҙы сауҙа итеү маҡсаты менән һаҡлаған, ташыған, шулай уҡ улар менән сауҙа иткән осраҡта штрафтар системаһы ҡаралған.
Был юҫыҡта башҡарылған эште штраф санкцияларына еткермәҫ өсөн 1 июндән Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан проектты тормошҡа ашырыуҙың төрлө этаптары буйынса мониторинг яһала.
Әйткәндәй, был мәсьәлә 13 июндә баш ҡалала уҙғарылған күсмә “Һаулыҡ сәғәте”ндә лә тикшерелде. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров фармацевтика һәм медицина ойошмалары менән мәғлүмәти эште көсәйтеүҙең, уларҙың мониторинг системаһына күсеүен контролдә тотоуҙың көнүҙәклеген билдәләне.
– Был тема бик мөһим, сөнки кешеләрҙең һаулығы, уларҙың хәүефһеҙлеге менән бәйле, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. – Беҙҙең илдә препараттарҙы маркировкалау буйынса эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы башҡарыла. Яңылыҡтың төп маҡсаты – халыҡты ялған дарыуҙарҙан һаҡлау, сифатһыҙ, контрафакт препараттарҙы әйләнештән сығарыу.
Күҙаллауҙарынса, тиҙҙән һәр кеше смартфон йәки дарыуханалағы сканер ярҙамында препараттың легаль икәнлеген тикшерә аласаҡ. Махсус идентификация күрһәткестәре дарыуҙың икенсел (ҡулланыу) төргәгендә күрһәтеләсәк.
Быйыл маркировкалау ҙур сығымлы нозологиялар исемлегендәге дарыуҙар өсөн 1 октябрҙән мотлаҡ индерелһә, 2020 йылдың 1 ғинуарынан маркировкаланған препараттар буйынса барлыҡ мәғлүмәттәрҙе тапшырыу мотлаҡҡа әүереләсәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ялған дарыуҙар менән сауҙа итеү беҙҙең илдә генә түгел, донъяла ла киң таралған. Табышлылыҡ йәһәтенән, наркотик менән ҡоралдан ҡала, бизнестың был төрө өсөнсө урында тора. Әлбиттә, һәр илдә төрлө яза саралары ла ҡаралған. Мәҫәлән, Мысырҙа, Сәғүд Ғәрәбстанында, Һиндостанда ялған препарат яһаған өсөн үлем язаһына тарттыралар.
Айҙар МУСИН, баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһының мәғлүмәти технологиялар бүлеге начальнигы:
– Маркировкалау системаһының төп үҙенсәлеге шунда: етештереүсе һәр дарыу ҡабында Data Matrix кодын баҫтыра һәм уны дарыу препараттары хәрәкәтен мониторинглау системаһында теркәй. Дәүләт, үҙ сиратында, компания ниндәй дарыуҙы ниндәй күләмдә етештергәнен белеп тора. Препараттар заводтан дистрибьютерға оҙатыла, был системала күренә. Дауаханала, дарыуханала препараттар ҡабул ителгәндә, һәр ҡап шулай уҡ сканерлана, теркәлә. Дауахана бүлектәрендә фәҡәт тикшереү үткәрелгән дарыуҙар ғына ҡулланыла, шулай итеп, әйләнешкә ялған дарыу эләгеү ихтималлығы бөтөрөлә. Дөйөм алғанда, препараттың етештереүсенән алып ҡулланыусыға тиклем юлы контроль аҫтында була. Был, үҙ сиратында, дарыуҙарҙың икенсел баҙарын да юҡҡа сығарасаҡ, сөнки маркировкаланған препараттарҙы икенсе тапҡыр һатыу мөмкин булмаясаҡ. Унан тыш, дәүләт ниндәй дарыуҙар етерлек, ә ниндәйҙәре артыҡ икәнлеген күрәсәк, күпме препарат заводта етештерелгәнлеге, күпмеһе складҡа һәм дарыуханаларға барып еткәнлеге беленәсәк.
Кодты яһау бик ҡатмарлы. Ул ике өлөшкә бүленгән: тауарҙы идентификациялау коды һәм тикшереү коды, йәғни криптоҡойроҡ. Һуңғыһын дарыу препараттары хәрәкәтен мониторинглау системаһының операторы – Алдынғы технологиялар үҫеше үҙәге булдыра. Препарат тураһындағы мәғлүмәтте системанан алып та, мөхәррирләп тә булмай.
Башҡортостан проектҡа 2017 йылдың аҙағында ҡушылды. 21-се ҡала клиник дауаханаһы был йәһәттән БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Компетенция үҙәгенә әүерелде һәм беренселәрҙән булып проектты башынан аҙағынаса өйрәнде, ҡуллана башланы. Компетенция үҙәге консультация, методик ярҙам күрһәтә, системаға ҡушылыуҙың төрлө этаптарында хаталарҙы төҙәтергә ярҙамлаша, төрлө төбәктәге белгестәр менән тәжрибә уртаҡлаша, өйрәтеү өсөн махсус семинарҙар ойоштора, рәсми сайтта норматив базаны тулыландыра.
Әлеге көндә Башҡортостандың барлыҡ дауалау учреждениелары дарыу препараттары хәрәкәтен мониторинглауҙың федераль дәүләт системаһында теркәлде, өйрәнеү процесы бара. Ҡайһы бер учреждениелар барлыҡ этаптарҙы үтеп, маркировкаланған препараттар менән эшләй башланы ла.