Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Июнь 2019, 19:38

Берҙәмлектә – көслөбөҙ

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың фекеренсә, фәҡирлекте һәм эскелекте бергәләшеп кенә еңеп буласаҡ. Был хаҡта ул V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында әйтте.

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың фекеренсә, фәҡирлекте һәм эскелекте берләшеп кенә еңеп буласаҡ. Был хаҡта ул V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында әйтте.


Төбәк етәксеһе тыуған яғына эшкә ҡайтҡас, райондар буйлап бик күп йөрөүен, халыҡ менән йыш аралашыуын һәм бындай сәфәрҙәр уның күңелендә йыш ҡына “күңел һыҙланыуына” әүерелеүен дә йәшермәне.

“Беҙҙең күптәребеҙ, мин үҙем дә ауылда тыуып үҫкәнбеҙ. Ауыл – ул телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлау үҙәге. Шуға ла ауыл халҡының йәшәү кимәлен үҫтереү Хөкүмәттең төп маҡсаты булып ҡаласаҡ”, - тине ул.


Радий Хәбировтың фекеренсә, ауылдарҙа үҙидаралыҡтарҙы камиллаштырырға, фермерҙарға, шәхси хужалыҡтарға ярҙам итергә кәрәк.


“Иҡтисадты үҫтереү, бизнес-әүҙемлекте арттырыу өсөн беҙгә белгестәр кәрәк. Хеҙмәт миграцияһы проблемаһы әле һаман көнүҙәк булып ҡала. Меңләгән кеше эшһеҙлек сәбәпле Себер тарафтарына юллана. Беҙ уларҙы тыуған ерҙәрендә ҡалдырырға тейеш. Мәктәпте тамамлаусыларҙың да дүрттән бер өлөшө белем алырға сит өлкәләргә, сит ҡалаларға китә.


Беҙҙең иң ҙур маҡстабыҙ кеше капиталын нығытырға һәм һаҡлап алып ҡалырға. Беҙҙең өсөн һәр ерҙәш, һәр ватандаш ҡәҙерле. Бигерәк тә йәштәрҙе үҙебеҙҙә ҡалдырыу шарт. Ә бының өсөн эш урындары, торлаҡ һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү зарур. Әле был был йүнәлештә эшләйбеҙ. Иманым камил, был беҙҙең ҡулдан киләсәк”.
Читайте нас: