Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
1 Июль 2019, 20:20

Грузияға пассажирҙар ташыу тыйыла...

Бөгөндән ниндәй ҡағиҙәләр үҙ көсөнә эйә?

Фото: yandex.by
Фото: yandex.by
1 июлдән алданған өлөшсөләр мәсьәләләрен тамырынан бөтөрөүгә йүнәлтелгән яңы ҡағиҙәләр көсөнә инә. Хәҙер фатир һатып алыусыларҙың аҡсаһы банкта һаҡланасаҡ.
— Кемдең инде фатиры бар, уларға ла еңел түгел — тарифтар тағы арта. Автомобилистар өсөн дә хәбәр бар — яғыулыҡҡа хаҡтар үҙгәреүе ихтимал. Инвалид балалар өсөн пособиелар күтәрелеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. 8 июлдән Рәсәй Президенты Указы менән Грузияға пассажирҙар ташыу тыйыла.
1 июлдән микрозаймдар буйынса ставкаларҙы сикләү ҡарала. Тағы ниндәй “сюрприз”дар беҙҙе көтә икән? Йәшәйек әле, күҙ күрер.
Читайте нас: