Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев граждандарҙың инвалидлығын билдәләү өсөн тикшереү ғәмәлен ябайлаштырған ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
“Медицина ойошмалары менән медицина-социаль экспертиза учреждениелары араһында инвалидтарҙы ҡатнаштырмайынса электрон тәртиптә документтар алмашыуға этаплап күсеү күҙаллана”, – тиелә документта. Яңы законға ярашлы, рәсәйҙәргә мөрәжәғәт итеү менән инвалидлыҡ алыу еңеләйәсәк. Шул уҡ ваҡытта инстанциялар араһында электрон документтар әйләнешен ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә документтарҙы тултырыу ваҡыты ла ҡыҫҡарасаҡ.
Әйткәндәй, мартта ил Президенты Владимир Путин I төркөм инвалиды булған баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособиены 1 июлдән 10 мең һумға тиклем арттырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны.