Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Июль 2019, 20:17

“Беҙ әсәй менән атай эҙләйбеҙ!”

– Марат исемле малайҙы һайлағайныҡ...

Фото: old.dzerzhinskoe.ru
Фото: old.dzerzhinskoe.ru
Өфөлә “Бәхетле билет” тигән үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Уның маҡсаты – етемдәргә атай-әсәй табырға ярҙам итеү.


Бының өсөн Өфө ҡалаһының балалар йорттарында тәрбиәләнгән сабыйҙарҙы республиканың билдәле кешеләре менән фотоға төшөрөп, күргәҙмә эшләгәндәр. Был халыҡтың иғтибарын нығыраҡ йәлеп итер тигән ышаныста уны ойоштороусылар. Проект ҡала хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы тарафынан тормошҡа ашырыла.


Күргәҙмә ВДНХ-Экспо майҙансығының “Рәсәй – минең тарихым” тигән майҙансығында бара. Тәүге “Бәхетле билет” 2014 йылда уҙғарылған. Ул саҡта 18 сабый үҙенә атай-әсәй тапҡан. Байрамға шул ваҡытта уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа бала алған ғаиләләр ҙә саҡырылған.


Шуларҙың береһе Сәбилә Фәхретдинова: “Беҙ Марат исемле малайҙы һайлағайныҡ. Бөгөн үҙебеҙҙе шул тиклем бәхетле тоябыҙ, бығаса унһыҙ нисек йәшәнек икән тип аптырайым”, – ти.
Читайте нас: