"Пенсия фондынан булабыҙ, тиҙҙән аҡса реформаһы башлана, һеҙҙе иҫкәртергә килдек!" Ана шулай тип таныштыра үҙҙәре менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында пенсионерҙар фатирына килгән ханымдар.
Был хәбәргә ышанған ҡарттар оҙаҡ йылдар аҡса йыйып барыуын әйтә. Шул һүҙҙе генә көткән уғрылар серияһын, номерын яҙып алыу өсөн һәр ҡаптан ике-өс купюраны алып биреүен һорай. Хужабикә шунда уҡ банкноттарҙы бирә, ҡалған йыйынтығын башҡа бүлмәлә ҡалдыра. Шул саҡ әбейҙең башына шик төшә һәм был хаҡта хеҙмәткәрҙәргә әйтә, туғандарына реформа хаҡында белешеү өсөн шылтырата. Ҡунаҡтар шунда уҡ әбейҙең аҡсаһын ҡулына һалып, китергә ашыға. Бер нисә минуттан ҡарттар ҡалған аҡсаның юҡҡа сығыуын һиҙеп ҡала.
Шулай итеп, аферистар өлкәндәрҙең 492 мең һум асаһына “айыу майы” һөртә. Әбей уғрының төҫ-ҡиәфәтен яҡшы хәтерендә ҡалдырған. Ул 30 – 35 йәштәр тирәһендә, уртаса буйлы, ҡара сәсле.
Әле полиця хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙе эҙләй. Шул уҡ ваҡытта һаҡ булырға, осраҡлы кешеләргә ишек асмаҫҡа кәңәш итә инспекторҙар.