Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
11 Июль 2019, 13:13

55 йыл фатирға сиратта торған…

Уны исемлектән һыҙып ташларға хоҡуҡтары бар инеме?

Фото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Улан-Удэ ҡалаһы хакимиәте торлаҡҡа 55 йыл сиратта торған өлкән йәштәге ҡатынды фатирға мохтаждар исемлегенән һыҙып ташлаған: йәнәһе, ул “матди йәһәттән аҙ тәьмин ителгәндәр” статусына эйә түгел.
Әммә ҡаланың Совет районы прокуроры судта был ҡарарҙы ғәмәлдән сығара.

2005 йылдың 1 мартына ҡәҙәр ғәмәлдә булған Рәсәй Торлаҡ кодексына ярашлы, фатирға мохтаждарҙың матди яҡтан аҙ тәьмин ителгән булыуы талап ителмәгән, шуға күрә бөгөнгө талаптарға нигеҙләнеп, был ҡатынды квадрат метрҙарҙан мәхрүм итергә ярамай.


Судҡа мөрәжәғәт иткән ошо әбей 1964 йылдың декабренән бирле торлаҡ алыуға сиратта торған, бөгөн иһә ул сиратта – икенсе. Бүрәт Республикаһы Прокуратураһының сайтында хәбәр ителеүенсә, прокурор уның социаль найм килешеүе буйынса фатирға хоҡуҡлы булыуын таныған.
Һөҙөмтәлә республика Прокурорының талаптары тулыһынса ҡәнәғәтләндерелә. Юғары судтың апелляция билдәләмәһе нигеҙендә суд ҡарары үҙгәрешһеҙ ҡалдырыла. Тиҙҙән оло йәштәге ҡатын ғүмер буйы көткән фатир асҡысын ҡулына аласаҡ.
Читайте нас: