Хәйбулла районында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстарын тапшырыу программаһы уңышлы эшләй.
Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов ҡулынан йәнә биш йәш кеше фатир асҡыстары алып ҡыуанды.
Быйылғы йылда етемдәр өсөн бөтәһе 13 яңы фатир тапшырыу ҡаралһа, шуның бишеһе үҙ хужаларын тапты ла инде.
Йортло булыу бәхетен кисереүселәр араһында өс бала әсәһе Любовь Барцева ла бар. Бәхетле әсәнең ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан: “Әле Подольск ауылында туғандарҙа йәшәйбеҙ, Садовыйҙан йорт бирҙеләр, бик рәхмәтлебеҙ. Тиҙҙән үҙ фатирыбыҙға күсәсәкбеҙ”, – ти ул.
Әбүбәкер ауылында ҡатынының ата-әсәләре менән бергә йәшәгән Ринат Воробьевҡа Бүребайҙан өс бүлмәле фатир эләккән. Тиҙҙән йәнә бәпес көткән ғаилә өсөн был айырыуса ҙур бүләк!
– Йортоғоҙҙа сабый тауыштары тынмаһын, татыу һәм матур йәшәгеҙ! - тине Раил Хазморат улы йәштәргә фатир асҡыстары тапшырғанда.