Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
11 Июль 2019, 00:14

Сит балалар булмай

Балтас районының Иҫке Балтас ауылында йәшәгән Шәймөхәмәтовтарҙың дүрт балалы ишле ғаиләһе яңылыҡтарҙа патронат тәрбиә биреү буйынса тәжрибә майҙансығы хаҡында ишетеп ҡала, һәм Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы менән Филүс Әхмәт улы тәүҙә ике баланы үҙ ҡанатына ала. Аҙаҡ уларға тағы бишәү өҫтәлә. Бөгөн Шәймөхәмәтовтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе районда ғына түгел, Башҡортостан буйынса ла өлгөлөләр рәтендә.

Фото ғаилә архивынан.
Фото ғаилә архивынан.
Балтас районының Иҫке Балтас ауылында йәшәгән Шәймөхәмәтовтарҙың дүрт балалы ишле ғаиләһе яңылыҡтарҙа патронат тәрбиә биреү буйынса тәжрибә майҙансығы хаҡында ишетеп ҡала, һәм Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы менән Филүс Әхмәт улы тәүҙә ике баланы үҙ ҡанатына ала. Аҙаҡ уларға тағы бишәү өҫтәлә. Бөгөн Шәймөхәмәтовтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе районда ғына түгел, Башҡортостан буйынса ла өлгөлөләр рәтендә.
Тәүге алған улдары Дима юғал­тыу тойғоһон ике тапҡыр кисергән булып сыға: үҙ ғаи­ләһенән айы­рылыуҙан тыш, уны тәрбиәгә алып та балалар йортона кире ҡайта­рыусылар табыла. Гөлнара Зин­нәтнур ҡыҙы менән Филүс Әхмәт улы малайҙың ҡатмарлы күңеленә асҡыс ярата, уға тормошта үҙ-үҙен табырға ярҙам итә.
Тамараның да тарихы Ди­маныҡы менән бер килке оҡшаш: ҡыҙҙы туғаны менән тәрбиәгә алған ғаилә уны шулай уҡ балалар йортона кире ҡайтарған булып сыға. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Шәй­мөхәмәтовтарҙың ғаиләһенә яңы кеше өҫтәлә. Тамара мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, әлеге ваҡытта Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем ала.
– Балалар ҙурайып, кемеһе ҡайҙа уҡырға таралғас, ҙур өй бушап ҡалды. Тағы тәрбиәгә балалар алырға ҡарар иттек. Әмәлгә ҡал­ғандай, Саҡмағош балалар йортонда биш бер туғандың бәлә­кәйҙәрен тәрбиәгә алырға торалар ине. Ололары “беҙҙе айырмағыҙ” тиҙәр. Күҙҙәренә бер күтәрелеп ҡарауым етте, бишеһен дә алдым да ҡайттым, – ти Гөлнара ханым.
Ғаиләләге бөтә балалар кеүек, Азат, Булат, Илина, Илмира, Сулпан йыр-бейеүгә маһир, төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Шәй­мөхәмәтовтарҙың үҙ балаларына килгәндә, өлкән ҡыҙҙары Алһыу Санкт-Петербург ҡала­һында тө­ҙөлөш университетын тамамлап, бөгөн Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй. Икенсе ҡыҙҙары Эльвина быйыл медицина университетын тамамлай, теш табибы һөнәрен үҙләштергән. Улдары Илһам Ҡа­занда төҙөлөш университетында белем ала. Бәләкәй­ҙәре Мираҫ ҡурайҙа уйнай, хоккей менән дә шөғөлләнә.
Шәймөхәмәтовтарҙың ғаилә булараҡ дөйөм ҡаҙаныштары ла иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. 2018 йылда Саранск ҡалаһында уҙған “Волга буйы өлгөлө ғаилә” бәйгеһендә улар Башҡортостан исеменән сығыш яһап, “Изге йөрәк” номинацияһында еңеү яулай. Был сарала ҡатнашыуҙары өсөн улар яҡташтарына, Балтас район хакимиәтенә ҙур рәхмәтле.
Быйыл Бөтә Рәсәй “Вектор Балалыҡ-2019” конгресында ҡат­нашып, Рәсәй Федерацияһы Пре­зидентының балаларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкилле­генең Рәхмәт хатын алып ҡыуана өлгөлө ғаилә.
Балтас районы мәҙәниәт йортон етәкләгән Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы менән район үҙәк дауаханаһында матди-техник тәьмин итеү буйынса етәксе булып эшләгән Филүс Әхмәт улы, хеҙмәттәре тынғыһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, 11 бала­һына ла иғтибар, күңел йылыһы таба. Был һоҡланғыс ғаиләгә ҡарап, ирекһеҙҙән киң таралған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәһең: сит балалар булмай. Донъялағы һәр сабый ҙа иң тәү сиратта ата-әсә на­ҙы­на, ғаилә йылыһына мохтаж бит.
Читайте нас: