Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Шишмәгә эш сәфәре район үҙәгендәге социаль торлаҡты – күп фатирлы ике йортто ҡарауҙан башланды.
Уларҙа – 96-шар фатир. Йорттарҙың береһе былтыр ноябрҙә файҙаланыуға тапшырылған. Унда йәшәү урыны алғандар араһында 17 етем һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бер бала бар.
Район хакимиәте башлығы Флүр Ураҙмәтов билдәләүенсә, был биҫтәлә һигеҙ йорт төҙөү планлаштырылған. Икенсеһе файҙаланыуға тапшырыуға әҙер тиерлек, әммә әлегә социаль торлаҡты таратыу йәһәтенән ауырлыҡтарға бәйле төҙөлөш туҡталып тора.
“Беҙҙеңсә, был проблеманы хәл итеү юлы шул: льготалы программа буйынса торлаҡ алыуға хоҡуғы булған граждандар категорияларын киңәйтергә кәрәк. Был рәткә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен, мәҫәлән, уҡытыусыларҙы, медицина эшсәндәрен, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡты талап итмәйенсә, индерергә булыр ине”, – тине район етәксеһе.
Был йорттарҙа фатирҙар квадрат метрына уртаса 33 мең һумдан һатыла – баҙар хаҡынан ике тапҡырға кәмерәк.
Радий Хәбиров әлеге мәсьәләне “төҙөлөш сәғәте”нең сираттағы ултырышында ҡарарға тәҡдим итте.