Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
16 Июль 2019, 22:26

Ярҙам итмәгән табипты...

Июнь аҙағында “Ашығыс ярҙам” табибына бәйле шау-шыу тыуҙырған хәлде хәтерләйһегеҙме? Уның яҙмышы билдәле булды.

Фото: “Башинформ”.
Июнь аҙағында “Ашығыс ярҙам” табибына бәйле шау-шыу тыуҙырған хәлде хәтерләйһегеҙме?
Булгаков ауылы янында бер ирҙең хәле ҡапыл киҫкенләшә, һәм уға “Ашығыс ярҙам” саҡыралар. Шул саҡта яҡында ғына ашығыс ярҙам машинаһында ултырған табипты күреп ҡалып, уға мөрәжәғәт итәләр. Тик фельдшер ҡәтғи рәүештә ярҙам итеүҙән баш тарта. Был хәл видеоға төшөрөлгәйне.
Әле табиптың яҙмышы билдәле булды: ул һаулыҡ һаҡлау тармағында башҡаса хеҙмәт итмәй. Фельдшер был хәлдең иртәгәһенә үк үҙ теләге буйынса эштән киткән. Осраҡты тикшергән прокуратура хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ҡатын медицина этикаһы ҡағиҙәләрен боҙған.
Эйе, мәрхәмәтлек тойғоһо юҡ икән, был тармаҡта эшләмәүең хәйерлерәктер...