Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Июль 2019, 13:34

Хәбиров бушлай ашатырға теләй

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, йыл һайын әлеге маҡсатҡа 1,5 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ.

Фото: Sheksnainfo.ru
Республика етәксеһенең был идеяһы тормошҡа ашһа, башланғыс кластарҙа уҡыусы бөтә балалар ҙа мәктәптә түләүһеҙ ҡайнар аш ашаясаҡ.
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, йыл һайын әлеге маҡсатҡа 1,5 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Был хаҡта республика етәксеһе туҡланыу төбәк операторҙарының Нефтекама ҡалаһында үткән I форумында хәбәр итте. Уның фекеренсә, республиканың бөтә мәктәптәре өсөн дә берҙәм меню булдырыласаҡ. Туҡланыу рационы балыҡ, йәшелсә, һөт аҙыҡтары иҫәбенә тулыландырылырға тейеш.
Өҫтәүенә мәктәптә туҡланыуҙы дәүләт контролдә тотасаҡ, урындағы ауыл хужалығы етештереүселәре продукцияһына өҫтөнлөк биреләсәк.