Социаль мәсьәлә
18 Июля 2019, 18:52

11 280 һум барыһын да хәл иткән

Ә был эштә ярҙам күрһәткән бағыусы аноним булып ҡалыуҙы теләгән.

Фото Рөстәм Нәбиевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.Фото Рөстәм Нәбиевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.
Фото Рөстәм Нәбиевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.
Кеше был донъяға килгәс, төрлө һынауҙарһыҙ ғына йәшәһә ине. Юҡ шул. Ҡайһы берәүҙәр иңенә бигерәк ауыр йөк төшә. Һүҙем һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр хаҡында.
Влад ҡаты сир менән яфалана: уға арҡа мускулдары атрофеяһы тигән диагноз ҡуйылған. Әсәһе Динара үҙҙәре йәшәгән йортҡа пандус ҡуйыу тураһында күптән хыялланған, сөнки ошо эш атҡарылһа, улына фатирға инеү һәм сығыу еңелләшер ине.
Өҫтәүенә был йортта сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән ике кеше йәшәй икән. Шуға ҡатын Рөстәм Нәбиевҡа яҙып ебәргән. Ә ул үҙ сиратында тиҙ генә ярҙам итергә ашыҡҡан һәм пандус ҡуйыу буйынса сығымдарҙы ҡапларға теләгән бағыусыны тапҡан. Ярҙам ҡулын һуҙған кеше: “Рөстәм, һин, иң мөһиме, кемдәргә ярҙам кәрәк, шуларҙы тап, ә ҡалған эштең барыһын үҙ өҫтөмә алам”, – тигән һәм аноним булып ҡалыуҙы теләгән.
Шулай итеп, бер нисә көн үткән һәм Өфөләге тағы бер подъезд һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр, коляскала хәрәкәтләнгәндәр өсөн йөрөрлөк булған. Һәм ошо эште атҡарыу өсөн 11280 һум сарыф ителгән.
Читайте нас