Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
18 Июль 2019, 18:45

Дауахана эргәһендә аҙна буйы ятҡан...

Октябрьский ҡалаһында булған был ваҡиға йәмәғәтселектә ҙур ғауға ҡуптарғайны. Был хаҡта беҙ ҙә хәбәр иткәйнек.

Фото: "Лиза Алерт"
Фото: "Лиза Алерт"
Октябрьский ҡалаһында булған был ваҡиға йәмәғәтселектә ҙур ғауға ҡуптарғайны. Был хаҡта беҙ ҙә хәбәр иткәйнек.
2 июлдә оло йәштәге ир дауаханаға медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә, әммә уны, үҙҙәренең поликлиникаһына мөрәжәғәт итергә тәҡдим итеп, ҡайтарып ебәргәндәр. Яңғыҙ торған ир ул көндө өйөнә ҡайтмай, шуға ла уның юғалыуын туғандары тоймай. Уны ирекмәндәр бары ете көндән һуң ғына дауаханан 500 метр алыҫлыҡта ҡыуаҡ араһында табып ала. Әле ул ауыр хәлдә.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Киләсәк сәләмәтлеге" йәмәғәт проекты советы рәйесе Римма Үтәшева күҙәтеү төркөмө менән 17 июлдә Октябрьский ҡалаһы дауаханаһында булғандан һуң: "Ҡарт кешеләрҙе стационарҙан оҙатыусыһыҙ сығарып ебәрергә тейеш түгелдәр”, – тип белдерҙе.
Билдәле булыуынса, әле ир яһалма тын алыу аппаратына тоташтырылған. Бөгөнгә ул ауыр хәлдә, һауыға башлау менән уны Республика клиник дауаханаһына күсерәсәктәр.
Читайте нас: