Хаҡлы ялға сығып та эшләп йөрөгән әбей-бабайҙарҙың пенсияһы, иң күп тигәндә, 244 һум 47 тингә артасаҡ. Яратҡан эшенән айырылғыһы килмәгән өлкән хеҙмәткәрҙәр өсөн был аҡса – ғаилә бюджетына ярайһы ғына өҫтәмә ул.
Былтырғы хеҙмәт йылында нисә балл йыйыуыңа ҡарамаҫтан, уның өс балы ғына иҫәпкә алынасаҡ. Былтыр бер балл хаҡы 81 һум 49 тин ине. Быйыл ул 87 һум 24 тингә күтәрелде. Тимәк, киләһе йылда ошо хаҡ күҙ уңында тотоласаҡ.
Эшсе-пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялау 2016 йылда уҡ ғәмәлдән сығарылғайны, әммә улар, эшенән сыҡҡан көндән алып, һәр йылда үткәрелгән индексацияның күләме ғәмәлгә инәсәк һәм өлкән йәштәгеләрҙең пенсияһына өҫтәләсәк.