Республиканың ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы, 17-се балалар, баш ҡаланың 21 һәм 13-сө ҡала дауаханалары һәм Белорет ҡала-район дауаханаһында “аҡыллы ҡабул итеү” эш башланы.
Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдереүенсә, уның хаҡы - операция бүлмәләрен һәм ауыр ҡорамалдарҙы иҫәпләп - яҡынса 500 миллиондан 1 миллиард һумғаса тәшкил итә. “Был медицина ярҙамы күрһәтеүҙең икенсе кимәле. Ул бик тиҙ арала ҡарар ҡабул итеү, пациентты икенсе урынға күсереү һәм ҡабул итеү бүлмәһендә булыу шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бирә”, – тине ул.
Хәтерләһәгеҙ, апрелдә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ошондай “аҡыллы ҡабул итеү” эше менән танышҡайны. Бындай үҙәктең майҙаны шартлы өс өлөшкә бүленә: йәшел, һары һәм ҡыҙыл. Ҡыҙыл зонаға хәлдәре ауыр булған, операция һәм реанимация талап ителгән пациенттар эләгә. Статистика буйынса, ундайҙар 10 процент. Һары зонаға реанимация талап ителгәндәр килтерелә, ундайҙар – 30 процент тәшкил итә. Йәшел зонаға ҡалғандар килтерелә, уларҙың тормошона бер нимә лә янамай, үҙаллы аталай алалар.