Был һөнәр үтә ҙур яуаплылыҡ талап итә.
Кеше ғүмеренән дә ҡиммәтерәк нәмә юҡтыр донъяла. Һәр көнгә ҡыуанып, яҡындарыңдың шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп йәшәүгә, дәртләнеп эшләүгә бер ни етмәй. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош ыңғай мәлдәрҙән генә тормай шул. Бәғзеләргә әллә күпме яҙмыш һынауҙарын үтергә тура килә, шул иҫәптән кешене төрлө ауырыуҙар, бәлә-ҡазалар ҙа һағалап ҡына тора. Ошо ваҡытта табип сирле өсөн хатта алиһәгә әйләнә.
Кардиолог, терапевт, эндокринолог, хирург һәм башҡа медицина белгестәренең эше баһалап бөткөһөҙ. Әммә ошо һөнәр эйәләре араһынан хирург хаҡында айырым әйтеп үтке килә. Барыһы ла ҡулына скальпель тотоп кеше ғүмере өсөн көрәшә алмайҙыр, сөнки унан тырышлыҡ, уңғанлыҡ, маҡсатыңа өлгәшә белеүсәнлек кеүек сифаттар ғына түгел, тиҙ, аныҡ, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү, һалҡын ҡанлылыҡ, яуаплылыҡ, хатта башҡалар яҙмышы хаҡында ҡайғырта белеүсәнлек кеүек сифаттар ҙа талап ителә. Хирургтарҙың төрлө операциялар эшләүен хатта һәр бала белә. “Операция” тип әйтеүе генә анһат. Барыһы ла уны атҡара алмай, сөнки Хоҙай тарафынан бирелгән һәләт талап ителә.
Медицина алға барған һайын, оператив техника ла камиллаша. Тимәк, хәҙерге заман хирургына уңышлы операциялар эшләү өсөн кешенең ҡатмарлы организмын белеү генә етмәй, медицина техникаһы менән дә яҡшы таныш булыу зарур. Әйткәндәй, хирургтар һәр заманда ла ҙур һорау менән файҙаланған, әле лә шулай. Эштәре даими физик һәм әхлаҡи көсөргәнеш талап итһә лә, был һөнәрҙе үҙ итеүселәр бихисап. Дәүләкән үҙәк район дауаханаһында хирург булып эшләгән Азамат Хәсәнов та ошо һөнәрҙе һайлауына һис үкенмәй. “Үҙ эшенең оҫтаһы ул”, тиҙәр уның хаҡында. 1998 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлаған егет интернатураны хирургия буйынса тамамлай. Баймаҡ егете ошо ваҡытта уҡ операциялар эшләй. Әле Азамат Әхмәт улы Дәүләкән район дауаханаһында хирургия бүлегенә етәкселек итә. Әйткәндәй, бында биш хирург һәм 23 шәфҡәт туташы эшләй.
Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айҙар Салауатов та хирург һөнәрен һайлаған. Өфө егете Башҡортостан медицина университетының дауалау факультетын тамамлаған. Башта ул баш ҡалалағы 13-сө дауаханала дөйөм хирург була. Бынан тыш, Айҙар Әсләм улы 1998 йылдан онкология буйынса ла пациенттарҙы ҡабул итә. Һуңғы йылдарҙа Бүздәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары вазифаһын атҡарһа ла, ҡулынан скальпелде төшөрмәй, операциялар эшләй һәм пациенттарҙы дауалауын дауам итә. Бынан тыш, Айҙар Әсләм улы Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Әле Дәүләкән район дауаханаһында 68 табип һәм 300-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәре эшләй. Шуныһы һөйөнөслө: бында “Асыҡ регистратура” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Тимәк, бында килгән сирлеләргә төрлө уңайлыҡтар булдырыла. Ысынлап та, ниңә заман мөмкинлектәрен ҡулланмаҫҡа? Дауаханалағы мөхит күп функциялы үҙәкте хәтерләткән кеүек. Пациенттар үҙҙәренә кәрәк табипҡа күренер өсөн талонды терминал аша ғына ала. Бында регистратура ла кәрәкле кимәлгә күтәрелгән. Былтыр республика бюджеты иҫәбенә терапия корпусының ҡыйығына капиталь ремонт эшләнгән. Табыш килтереүсе эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә поликлиниканың беренсе, икенсе ҡаттарында ремонт эштәре атҡарыла һәм быйыл тамамланыр тип күҙаллана. Өлкәндәр, балалар һәм стоматология поликлиникалары ике сменала эшләй. Табиптарҙан торған бригадалар райондағы ауыл халҡына медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн урындағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына юллана. Былтыр ауылдарға 215 тапҡыр сыҡҡандар.
Һәр медицина ойошмаһына эшкә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү – иң төп маҡсаттарҙың береһе, әлбиттә. “Кадрҙар барыһын да хәл итә” тигән һүҙҙәр бөгөн дә көнүҙәк. Шуға былтыр декабрҙә Дәүләкән районы хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов менән берлектә Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем алған яҡташ студенттар менән осрашыу үткәргәндәр. Быйыл юғары уҡыу йортон тамамлаған ете белгес тыуған районына эшкә ҡайтырға тейеш тип көтәләр. Бынан тыш, 2018 йылдың 21 декабрендә Бәләбәй медицина колледжында ла III-IV курс студенттары менән осрашыу үткәрелгән. Унда “Ауыл фельдшеры” программаһының мөмкинлектәре хаҡында һөйләгәндәр. Өҫтәүенә артабан Башҡортостан дәүләт медицина университетында юғары белем алыу өсөн маҡсатлы уҡыу тураһында килешеү төҙөргә мөмкин. Был һәм тағы “Ауыл табибы” проекттары менән күптәр таныш, илдә улар бик уңышлы эшләй. Әммә Дәүләкән үҙәк дауаханаһында әлеге программа былтырҙан ғына эшләй, уның буйынса терапевт эшкә саҡырылған. Был эштең һуңлап башланыуына Дәүләкәндең ҡала статусына эйә булыуы сәбәпсе. Нигеҙҙә, дауаханаға ауыл халҡы ла күпләп мөрәжәғәт итә.
Әйткәндәй, быйыл Дәүләкән район хакимиәте йәш белгестәргә ярҙам итеү маҡсатында район дауаханаһына эшкә килеүсе табиптарға өс фатир бүлеүҙе планлаштырған. Шулай итеп, бер һәм ике бүлмәле фатирҙарҙың асҡыстары табиптарҙы көтә. Бынан тыш, медицина учреждениеһының матди-техник базаһын нығытыу ҙа – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Терапия корпусында ремонт эшләнә һәм балалар поликлиникаһын, стоматология бүлеген район үҙәк дауаханаһы биләмәһенә күсермәкселәр. Был осраҡта табиптарға ла, пациенттарға ла уңайлы буласаҡ. Фельдшер-акушерлыҡ пункттары ла даими иғтибар үҙәгендә. Иҫке биналар урынына модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын урынлаштырыу күҙаллана. Туберкулез, ВИЧ-инфекция, наркомания кеүек социаль йүнәлештәге сирҙәрҙе алдан асыҡлау йәһәтенән дә маҡсатлы эштәр алып барыла. Тимәк, халыҡ сәләмәтлеге – ныҡлы иғтибар үҙәгендә. Ә был осраҡта дауахана етәкселегенең маҡсаттарҙы тормошҡа ашырасағы, яңы уңыштарға өлгәшәсәге көн кеүек асыҡ.