Район үҙәге Раевка ауылы халҡы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки әлегә районда бассейнлы спорт комплексы юҡ, шуға ла күптәр үҙ машинаһында йә такси юллап күрше райондарҙың бассейнына йөрөргә мәжбүр. Төбәк өсөн мөһим һаналған төҙөлөш – республиканың 100 йыллығы объекттарының береһе. Физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөүгә ҡаҙнанан 150 миллион һумға яҡын аҡса бүленә. Төҙөлөш былтыр көҙ башланған.
– Беҙҙә йәшәгән һәр бала, йәштәр һәм өлкәндәр сәләмәт, көслө булырға тейеш, шуға ла халыҡтың һаулығын ҡайғыртыу, уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырыу – беҙҙең төп бурыс. Әлбиттә, был тәңгәлдә маҡсатлы эш алып барырға кәрәк, бер көн менән генә йәшәргә ярамай, – ти Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин. – Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең район спортсылары яңы еңеүҙәре, ҡаҙаныштары менән йыш һөйөндөрә. Бәлки, йөҙөү буйынса ла төбәктән көслө һәм йәш спортсылар үҫеп сығыр, киләсәктә спорт һөйөүселәр артыр. Был спорт комплексы һәр кемдең яратҡан урынына әүерелер, моғайын.
Төҙөлөштөң заказсыһы – Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы, подрядсыһы иһә “Башҡортостаннефтезаводстрой” 5-се төҙөлөш фирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Спорт комплексы район үҙәге стадионы биләмәһендә, М. Боранғолов исемендәге башҡорт лицейына яҡын урында урынлашҡан. Проектҡа ярашлы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы янында урынлашасаҡ ике ҡатлы бассейнда һәр береһе 25 метр һуҙымында дүрт юл, заманса һыу таҙартыу системалары, сауна, кейенеү, душ бүлмәләре, медицина кабинеты буласаҡ. Бынан тыш, һәр белгескә, тренерға айырым бүлмәләр ҡаралған. Спорт комплексында тағы ла баскетбол, волейбол, гандбол, мини-футбол менән шөғөлләнеүселәр өсөн махсус спорт зал да буласаҡ.
Бөгөнгә төҙөүселәр, металл каркастарҙы монтажлап, бүлкәләргә бүлгән. Тиҙҙән түбәһен ябып, тыштан заманса төҙөлөш материалдары менән көпләй башлаясаҡтар. Шулай уҡ электромонтаж, һыу үткәргестәр урынлаштырыу кеүек эштәр ҙә башҡарыла. Бынан тыш төҙөүселәр бинаның эске яғын биҙәкләй, буяу эштәре лә бара.
– Шөкөр, балаларҙың ҡыуанысы оҙаҡҡа булһын, уларҙың йөҙҙәре бәхет менән тулһын тип тырышабыҙ, – тине төҙөлөштөң прорабы Александр Кузнецов. – Әлегә бер ниндәй тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй, төҙөлөш материалдары ваҡытында килтерелә. Егеттәр ҙә объекттың мөһимлеген яҡшы аңлап эш итә, ҙур ихласлыҡ күрһәтәләр.
Әйткәндәй, төҙөлөштә, урындағы төҙөүселәр менән бер рәттән, Өфө ҡалаһынан да килеп эшләйҙәр. 30 ир-ат бында хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. “Көҙгә объектты файҙаланыуға иҫәп тотабыҙ, сөнки халыҡ та уны ҙур түҙемһеҙлек менән көтә бит”, – ти егеттәр.