Бөгөн баш ҡаланың «Динолэнд» күңел асыу паркында айырыуса күңелле булды. Боронғо йәнлектәр менән танышыу өсөн Петровск балалар йорто тәрбиәләнеүселәре килде. Улар көн дауамында динозавр төрҙәрен һәм улар йәшәгән ҡырағай мөхитте өйрәнде, мауыҡтырғыс квестар үтте, хатта динозаврҙарҙы тәмләп ҡараны. Шулай уҡ һыу пистолеттарынан атыштылар һәм бик ҙур гамбургер ашанылар.
Төштән һуң балалар йырсы Рәмил Баҙамшин менән бергәләп гитараға моңланды, йырҙар йырланы. Пак исемле ашнаҡсы ғәҙәти булмаған туңдырма эшләргә өйрәтте.
Балалар менән күрешер өсөн республика етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова ла килде.
"Балаларҙы яңы урындарға килтереп күрһәтеү бик мөһим. Беҙ үҙебеҙҙең балаларҙы төрлө парктарға йөрөткән кеүек уларҙың да яңы урындар күреү мөмкинлеге булырға тейеш. Был тәү сиратта ыңғай тәьҫораттар ҡалдыра, улар һәр бала өсөн ҡәҙерле", - тине ул.
Әйткәндәй, “Динолэнд” күңел асыу паркын миҙгел башланғаны бирле бер нисә балалар йорто тәрбиәләнеүселәре килеп күргән. Йәй аҙағына тиклем тағы балалар килеүе көтөлә.