Рәсәй Хеҙмәт министрлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Алексей Вовченко, “Әсәлек капиталы ваҡытлыса ғына сара булмаҫҡа тейеш”, тип белдерҙе.
Етәксе әсәлек капиталына срок ҡуйыу дөрөҫ түгел, уның күләме лә һиҙелерлек булырға тейеш тип иҫәпләй. Июнь айында вице-премьер Татьяна Голикова Әсәлек капиталын арттырыу планлаштырылыуы хаҡында хәбәр иткәйне. 2020 йылдың 1 ғинуарынан уны индексацияларға тейештәр.