Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
25 Июль 2019, 14:24

Владимир Путиндың тәҡдиме тормошҡа аша

Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә килеме йән башына ике йәшәү минимумынан кәм булған ғаиләләргә беренсе һәм икенсе бала өсөн 2020 йылдың 1 ғинуарынан пособие түләүҙе тәҡдим иткәйне.

Дәүләт Думаһы пленар йыйылышта өсөнсө уҡыуҙа мохтаж ғаиләләргә балаларына өс йәш тулғансы айлыҡ пособиелар алыуға мөмкинлек биреүсе закон проектын ҡабул итте. Йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге балалар өсөн тәғәйенләнгән айлыҡ пособие йәшәү минимумы күләменә тиң буласаҡ.

Президенттың был тәҡдимен тормошҡа ашырыу өсөн яҡынса йыл да 66 миллиард һум аҡса талап ителәсәк.

Фото: mail.ru
Читайте нас: