Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
26 Июль 2019, 16:45

Араҡы түгел, ә ағыу булһа?..

Туймазы районының Ғәфүр ауылынан 42 йәшлек ир, техник спиртҡа һыу ҡушып, уны кәйеф-сафа ҡороусыларға, эскеселәргә һатып, еңел генә аҡса "һуға". Әммә уның был насар кәсебе хаҡында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә билдәле була һәм "сауҙагәр"ҙең хилаф юл менән аҡса эшләүе туҡтатыла.

Туймазы районының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренең берҙәм эш итеүе арҡаһында, "сауҙагәр" күптәрҙе ялған араҡы менән ағыулап өлгөрмәй. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ирҙең йортонан 24,5 литр һыу ҡушылған спиртты тартып ала. Ялған продукция экспертизаға оҙатыла, ә еңел юл менән аҡса эшләргә теләгән иргә закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.

Шикле урындарҙан һәм шикле кешеләрҙән араҡы һатып алмағыҙ, аҙағы насар бөтөүе ихтимал.

Фото: gikursk.ru