Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
1 Август 2019, 12:34

Яман шеште дауалау мөмкинлеге арта

Яңы сканер ғәмәлгә индерелеү менән үҙәк йылына кәмендә 12 мең кешене ҡабул итә аласаҡ.

Фото: glavarb.ru
Фото: glavarb.ru
Өфөлә "ПЭТ-Технолоджи" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ядро медицинаһы үҙәге икенсе заманса ПЭТ/КТ сканерын ғәмәлгә индерҙе.
Был яман шеште диагностикалау мөмкинлеген 2,5 тапҡырға арттырасаҡ. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров яңы ҡорамалдың эше менән танышты. Үҙәктең баш табибы Эмма Мөхәмәтханова әйтеүенсә, ПЭТ/КТ – позитрон-эмиссия һәм компьютер томографияһы мөмкинлектәрен берләштергән һөҙөмтәле диагностикалау алымы. Уның ярҙамында яман шеште алдан уҡ асыҡларға, сирленең организмында сирҙең нисек таралыуын күҙалларға була. Яңы ҡорамалға инвестиция күләме 200 миллион һум тәшкил итә. Яңы сканер ғәмәлгә индерелеү менән үҙәк йылына кәмендә 12 мең кешене ҡабул итә аласаҡ.
– Донъя стандарттары буйынса беҙгә миллион кешегә ошондай бер сканер кәрәк. Республикабыҙ ҙур, дүрт миллион халҡыбыҙ бар, ә сканерҙар әлегә икәү генә. Коллегалар менән Стәрлетамаҡта үҙәк асыу тураһында һөйләштек. беҙҙең бурыс – пациенттар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, – тине төбәк етәксеһе. – Бынан тыш, эргәлә генә ҙур булмаған ер участкаһы бүлеп, унда социаль дөйөм ятаҡ төҙөйәсәкбеҙ, сөнки ПЭТ-үҙәккә бөтә республиканан киләләр, ә палата фонды етешмәй. Әйткәндәй, үҙәктә шулай уҡ яман шеште дауалау өсөн ҡулланылған радиофармпрепараттар етештереү һәм ташыу системаһы эшләй. Радий Хәбиров циклотрон комплексты, радиофармпрепараттар синтезы һәм уларҙың сифатына контроль лабораторияһын ҡарап сыҡты. Бында уға тағы ла бер үҙенсәлекле комплекс – яман шеш менән сирләгәндәргә скальпелһеҙ һәм анестезияһыҙ нур терапияһы үткәреү өсөн тәғәйенләнгән "Кибер-бысаҡ" роботлаштырылған ҡулайламаһының эшен күрһәттеләр.
– Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған "Һаулыҡ" милли проектына ярашлы, беҙ медицина менән етди шөғөлләнәбеҙ. Кеше ғүмерен өҙгән төп афәттәрҙең береһе – яман шеш. Уны дауалау өлкәһе ҙур сығым талап итә. Ошондай үҙәкте асыуға күп көс һалған инвесторҙарыбыҙ булыуы яҡшы, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: