Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
2 Август 2019, 15:00

“Беҙҙә бер ФАП та ябылманы”

Төбәк етәксеһе ауылда кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тороуын билдә­ләне. Рәсәйҙә иң эре ФАП селтәре Башҡортостанда – 2064 учреждение бар. Шуның 105-е ябылған, сәбәбе – белгестәр юҡ. 613-өнә капиталь ремонт талап ителә, 31-е – емерек хәлдә. Тап шуға ла Радий Фәрит улы район етәкселәренә кисекмәҫтән кәмселектәрҙе төҙәтеү бурысын ҡуйҙы. Бынан тыш, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре ми­нистр­лығына биналарҙы ҡуртымға алып эшләгән ФАП-тарға бөтөн­ләйгә биреү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Бәғзеләре емерек хәлдә.Был йәһәттән Әлшәйҙә хәлдәр нисек?

Районда шундай 45 учреждение эшләй.


Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан ҡабул ителгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында тәүге ярҙам күрһәткән медицина ойошмаларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү бурысы ҡуйылды.


Ауылда кадрҙарға ҡытлыҡ бармы?


Республика Башлығы вази­фаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш башлауының тәүге көндәренән үк халыҡтың һаулығын һаҡлауға арналған кәңәшмә үткәреп, беренсе видео­конференцияның ФАП-тарға арналыуы осраҡлы түгел. Ни генә тимә, ауылдарҙа халыҡ иң тәүҙә ярҙам һорап урындағы табипҡа бара. Ә бит һуңғы йылдарҙа республикала байтаҡ ҡына фельдшер-акушерлыҡ пункттары ябылыуға дусар ителде.
Төбәк етәксеһе ауылда кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тороуын билдә­ләне. Рәсәйҙә иң эре ФАП селтәре Башҡортостанда – 2064 учреждение бар. Шуның 105-е ябылған, сәбәбе – белгестәр юҡ. 613-өнә капиталь ремонт талап ителә, 31-е – емерек хәлдә. Тап шуға ла Радий Фәрит улы район етәкселәренә кисекмәҫтән кәмселектәрҙе төҙәтеү бурысын ҡуйҙы. Бынан тыш, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре ми­нистр­лығына биналарҙы ҡуртымға алып эшләгән ФАП-тарға бөтөн­ләйгә биреү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Бәғзеләре емерек хәлдә.
Был йәһәттән Әлшәйҙә хәлдәр нисек? Районға сәфәр сыҡҡас, ошо хаҡта ҡыҙыҡһындыҡ.

– Ҡайһы бер райондарҙа, ауыл­дар­ҙа фельдшер-акушерлыҡ пункт­тары ябылыуы хаҡында ишетеп кенә түгел, күреп беләм. Бәхеткә күрә, Әлшәйҙә быға юл ҡуйылманы, – тип һүҙ башланы баш табип Наил Зиязетдинов. – Һәм мин быны аңла­майым. Ҡан баҫымын үлсә­тергә, укол ҡаҙатырға һәр кеше район үҙәгенә йөрөй алмай. Йә­шерен-батырын түгел: ауылдарҙа хәҙер өлкән кешеләр күп. Һәр береһе ҡасандыр хужалыҡта эшләгән, һаулығы ҡаҡшаған. Ҡапыл ғына бәхетһеҙлек осрағы килеп тыуһа ла, урындағы табиптар шунда уҡ ярҙамға ашыға. Ә ФАП юҡ икән, ауырыуҙы район үҙәгенә алып барып еткер­гәнсе һуң булыуы ла ихтимал бит.
Районда 39 фельдшер-аку­шер­лыҡ пункты һәм алты табиплыҡ амбу­латорияһы эшләй. Әлбиттә, бығаса һәр береһендә уңайлы шарттар булмаған. Май-июнь айҙарында шундай 21 ФАП сынъяһау итеп үҙгәртелгән – бәҙрәф эшләнгән, скважиналар ҡаҙылған, йылы һыу ағып тора.
– Был эште бөтә халыҡ ярҙа­мын­да атҡарып сыҡтыҡ, – тип һүҙен дауам итә Наил Сабир улы. – Эшҡыуарҙарға, етәкселәргә, де­пу­тат­тарға мөрәжәғәт иттек. Ауыл­дарҙа тыуып үҫеп, бөгөн сит тө­бәк­тәрҙә ғүмер кисергәндәр ҙә ҡулы­нан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Әле район етәкселеге Ибрай ауылында яңыһын асыу, Казанкала, Таштүбәлә емерек хәлдәге биналарҙы йүнәтеү хәстәре менән яна. Был маҡсатта “Ауылдарҙы социаль үҫтереү” программаһында ҡатнашырға уйлайҙар. Документтар ебәрелгән, уның ыңғай хәл ителерен көтәләр.
Табиптарҙы йәлеп итеү буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла. Быйыл бөтә ФАП-тар ҙа ЭКГ аппараты, юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителәсәк.


“Рәхмәт, үлемдән ҡотҡарҙығыҙ!”


Юлыбыҙҙы Яңы Сәпәш ауылына ҡарай дауам итәбеҙ. Кирбестән һалынған бинаның ярты яғында ФАП урынлашҡан. Фельдшер булып Эльвира Миңлейәрова эшләй. Иҙрис ауылында үҫкән ҡыҙҙы, Бәләбәй медицина училищеһын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса ошонда ебәргәндәр. Уның менән оҙаҡ һөйләшеп өлгөрмәнек, ишек асылып китте лә күтәреп тигәндәй бер ирҙе индерҙеләр.
– Ҡорт саҡты, ҡотҡарығыҙ! – тине уны алып килгәндәр.

Ысынлап та, бәләгә тарыусының хәле мөшкөл ине, тын да ала алмай. Эльвира ханым, йәһәт кенә шприцтарын әҙерләп, бер нисә укол ҡаҙаны. Бер аҙҙан егеткә хәл инде. Ул, телгә килеп:

– Рәхмәт! Ҡотҡарҙығыҙ! Әтеү үләм тип торам, – тине.
Бер аҙҙан улар һаубуллашып сығып китте. Ә беҙ уйға ҡалдыҡ, сөнки ауылда ФАП-тың кеше ғүмерен һаҡлауҙа ни тиклем мөһимлеген үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Тап ошондай мәлдә ярҙам күрһәтерҙәй кеше булмаған осраҡтарҙа ҡорт сағыуҙан үлгәндәр ҙә юҡ түгел бит.
Дүрт бүлмәнән ғибәрәт фельд­шер-акушерлыҡ пункты ялтлап тора. Бөтә йыһаз яңы, тәҙрәләр алмаштырылған, шкафтар, һыуыт­ҡыстар ҡуйылған. Айырым гинекология бүлмәһе бар. Ауылда дарыухана булмағанлыҡтан, бер бүлмәлә дарыуҙар һатыла. Кемгәлер теге йәки был препарат кәрәк икән, ихлас фельдшер уны район үҙәгенән барып алып ҡайтырға ла йыбанмай.
– Халыҡтың һаулығын хәстәр­ләүгә иғтибар ҙур, – тип һүҙен дауам итә Эльвира ханым. – Район үҙәк дауаханаһынан участка терапевы, педиатрҙар йыш килә. УЗИ, маммограф, күсмә флюорография ла килеп халыҡтың һаулығын тикшереп тора.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты ике ауылдағы 448 кешене хеҙ­мәт­ләндерә. Медицина хеҙмәт­кәре иртән ауырыуҙарҙы ҡабул итһә, төштән һуң өлкәндәрҙең, йәш балалы әсәләрҙең хәлен белешергә юллана. Үҙ эшен яратып башҡара ул.


Әлшәй районы.