Социаль мәсьәлә
7 Августа 2019, 14:15

“Иң мөһиме – стена түгел...”

Дүртөйлөлә Радий Хәбиров бер сменала 200 баланы ҡабул итерлек яңы поликлиника төҙөлөшөн ҡарап сыҡты. Подрядсылар әйтеүенсә, республиканың 100 йыллығына ҡарата һалынған объектты быйыл ноябрҙә сафҡа индереү күҙаллана.

Эш графиктан алда бара. Стеналар, ҡыйыҡ бар, ишек, тәҙрәләр ҡуйылған, биҙәү эштәре тамамланған, электр, елләтеү, йылылыҡ, һыу тәьминәте системаһы монтажланған. Әле поликлиниканың тирә-яғы тәртипкә килтерелә, күтәрмә эшләнә.

– Иң мөһиме – стеналар түгел, ә кешеләр, белгестәр, – тине төбәк етәксеһе поликлиниканың медицина кадрҙары менән тәьмин ителеүенә бәйле.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына тар белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн 125 миллион һум аҡса бүленгән. Башҡа федераль һәм республика программалары ла тормошҡа ашырыла. Район башлығы Риф Йосопов муниципалитеттың был мәсьәлә менән әүҙем шөғөлләнеүе тураһында хәбәр итте.

Азат Ғиззәтуллин фотоһы.
Читайте нас