СССР осоронда цех һәм офис табиптары институты һөҙөмтәле эшләй ине. Ул дәүерҙә табиптар хеҙмәткәрҙәргә вакцинация үткәрә, тәүге ярҙам күрһәтә, беренсел ҡабул итеү кабинеты була торғайны.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошондай медицина пункттарын тергеҙергә тәҡдим итә. Рәсәйҙең Профсоюздар федерацияһында башланғысты хуплап сыҡтылар. Әле иһә финанслау мәсьәләһе хәл ителә. Проект авторҙары эш биреүселәрҙең медпункттар асыуға сығымын компенсацияларға, табиптарға эш хаҡын медицина страховкаһы иҫәбенә ҡапларға тәҡдим итә.