Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сираттағы “Һаулыҡ һаҡлау” сәғәтендә медицина хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам күрһәтеү программаһы сиктәрендә Өфө һәм район дауаханалары табиптарына сертификаттар тапшырҙы. Белгестәрҙең барыһы ла хеҙмәт юлын быйыл башлаған.
Анестезиолог, реаниматолог, офтальмолог, терапевт, педиатр, гинеколог кеүек табиптар 500 мең һумдан алып бер миллионғаса матди ярҙам алды. Республика етәксеһе уларға тап ошо һөнәрҙе һайлағаны һәм районда эш башлағаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Беҙ бөгөн сертификаттарҙы ике программа буйынса тапшырҙыҡ. Береһе – “Ауыл табибы”, уның буйынса ҡайһы бер бурыстар үтәлмәгән ине. Бынан тыш, тар йүнәлешле дефицит белгестәргә лә ярҙам күрһәтелде. Беҙ аҡса таптыҡ, ә һеҙ уның файҙаһын күрегеҙ, тырышып эшләгеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Август аҙағына тиклем “Ауыл табибы” программаһы буйынса 2012 –2018 йылдарҙа эшкә килгән, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында бер миллион һумды алмаған 150 белгескә ярҙам күрһәтеләсәк. Шулай уҡ, Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса, 125 тар йүнәлешле табип та берәр миллион һум матди ярҙам аласаҡ.
Кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин, 2018 йылдың октябренән төбәктең медицина учреждениеларына табиптарҙы йәлеп итеү йәһәтенән ыңғай динамика күҙәтелә, тине. Ошо осорҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 240 белгес эшкә урынлаштырылған, шул иҫәптән, беренсел звенола.